Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
22 Апрель 2025, 14:07

Рәсәй Геройы һәм уның ғаиләһе "Йәшлек" гәзитен уҡыясаҡ

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Тулы хоҡуҡлы вәкиле Әлфир Байымов белдерҙе.

Рәсәй Геройы һәм уның ғаиләһе "Йәшлек" гәзитен уҡыясаҡ
Рәсәй Геройы һәм уның ғаиләһе "Йәшлек" гәзитен уҡыясаҡ

Силәбе ҡалаһында үткән матбуғат байрамында ул "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте ойошторған "Изге подписка" акцияһына ҡушылды һәм Силәбе өлкәһенең Сосновка районы Витаминный ауылында йәшәүсе Рәсәй Геройы Альберт Зәйнуллиндың ғаиләһенә "Йәшлек" гәзитенә подписка бүләк итте.

(Һүрәттә - юғары награданы РФ Президенты В.Путин тапшырған мәл)

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас