Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
5 Декабрь 2022, 12:18

15 декабргә тиклем арзанға яҙылып ҡалығыҙ!

 Киләһе йылда 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк «Йәшлек» гәзите йылдағыса үҙенең йолаларына тоғро ҡала:  баҫмабыҙға яҙылыусылар араһында көндәлек тормошта  кәрәкле матур бүләктәр уйната. Бүләк отоу мөмкинлеге бирелгән икән, ниңә бәхетеңде һынап ҡарамаҫҡа, ти?! Шуға ла, дуҫтар,  гәзитебеҙгә яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанцияның күсермәһен беҙгә ебәрә һалығыҙ!
Саң һурҙырғыс, шөрөп борғос, ит турағыс, мультиварка, блендер, термопот, үтек, электр сәйнүге кеүек иҫтәлекле бүләктәр отоу форсатын ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ! 
 «Рәсәй почта»һы 5 декабрҙән 15 декабргә тиклем ташламалы хаҡҡа яҙылыу декадаһы ла иғлан итте. Ошо уңайлы ваҡытты үткәреп ебәрмәй, «Йәшлек»кә йәһәтерәк яҙылып ҡалығыҙ. Аңлы милләттәштәребеҙ, телебеҙ, милләтебеҙҙең үҫеше өсөн борсолаһығыҙ икән,  башҡорт матбуғатына яҙылыуҙан баш тартмағыҙ!  Рухиәт һағындағы аҙымды һеҙ эшләмәһәгеҙ, башҡалар эшләмәҫ.
 «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто ла район һәм республика баҫмаларына яҙылыусыларға приздар әҙерләгән. Ноутбук, телевизор, ҡар таҙартҡыс, туңдырғыс ларь, вентилятор фунцияһы менән йылытҡыс һеҙҙе көтә. Бының өсөн «Йәшлек»кә һәм үҙегеҙҙең район гәзитенә яҙылыуығыҙҙы дәлилләгән квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға йәки нәшриәт йортона ебәрергә кәрәк.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Читайте нас: