Кем тиһәгеҙ, шул, халыҡ өсөн ҡайғырыусы Тайфун Ҡоролтаевич, ял тип тормай, баш ҡала хакимиәтенә инеп, пландан тыш тикшереү ойошторған. Был хаҡта ентекле бәйән иткән видеонан күренеүенсә, ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, ҡала хакимиәте башлығы Мәвлиев Ратмир Рафилович ял тип тормай, урамдарҙағы хәлдәр менән даими, онлайн форматта яҡшылап танышып тора. Ярай әле, буран тыма бирҙе. Ул ғына ла түгел, тышта ҡар иреп ята, тимәк, һыуытһа юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүе ихтимал. Һаҡ булайыҡ, дуҫтар. Хәүефһеҙлегебеҙ - үҙебеҙҙән тора. Ялдарығыҙ матур, күңелле үтһен!