«Айыҡ ауыл» конкурсы – бәхетле, матур киләсәккә нигеҙ һалыусы сараларҙың береһе. Ул быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, республикабыҙҙың төрлө ведомствоһы тарафынан бишенсе тапҡыр ойошторолдо.
Баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс-холында үткән «Айыҡ ауыл» республика конкурсының йомғаҡлау тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев уның ҙур әһәмиәтен билдәләп:
– Бөгөн «Айыҡ ауыл» конкурсы проект ҡына түгел, тотош хәрәкәт, бөтә республиканың йәшәү рәүешенә әйләнеп бара. Был ҡыуаныслы күренеш. Биш йылда конкурс райондар араһында көслө ярышҡа әүерелде. Еңеүгә өмөтөн өҙмәй, унда өсөнсө йыл рәттән ҡатнашҡандар ҙа бар. Ярыш рухын юғалтмау бик мөһим. Конкурстың киләсәге бик ҙур. Бөгөн был проект республиканы үҙгәртергә ярҙам итә, – тип белдерҙе.
Бәйгене йомғаҡлау сараһында «Айыҡ ауыл» республика конкурсының координаторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Президиум ағзаһы, БДМУ профессоры, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева сығыш яһаны, бәйгенең йылдан-йыл популярлыҡ яулап, федераль кимәлгә сығыуын, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу буйынса беҙҙең тәжрибә менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә – Удмурт, Татарстан, Яҡутстан Республикаларының, Һарытау, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләренең, Пермь крайының да ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Ул проекттың ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүен статистика мәғлүмәттәрендә күрһәтте.
Республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин сығышында эскелектең оло фажиғә булыуын, уның балаларға насар йоғонтоһон телгә алды.
Бәйгене йомғаҡлау сараһының тәүге яртыһында был проектта әүҙем ҡатнашыусылар Республика Башлығының, министрлыҡтарҙың Рәхмәт хаттары менән бүләкләнһә, төштән һуң «Айыҡ ауыл» исеменә лайыҡ булған ауылдарҙың исеме билдәле булды. Программаға ярашлы, был көндө «Йәштәрҙә һәм балаларҙа айыҡлыҡ инанысын тәрбиәләү» тигән темаға семинар, «Башҡортостанда айыҡ биләмәләр» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» дә үтте.
Әйткәндәй, «Айыҡ ауыл» конкурсында биш йылда 3 меңдән ашыу ауыл ҡатнашҡан, шуларҙың 261-е муниципаль этапта еңеүсе булһа, 39-ы республика этабында иң-иңдәр рәтенә инеп, «Айыҡ ауыл» исемен ғорур йөрөтә. Бөгөн ул тағы 12 ауылға тулыланды. Ошо ваҡыт арауығында 1 200 «түңәрәк өҫтәл», 13 меңдән ашыу мәҙәни, белем биреү, 6 меңдән ашыу спорт сараһы ойошторолған. Ә быйылғы бәйгелә 52 райондан 1070 ауыл көсөн һынаны. Конкурсты ойоштороу буйынса саралар Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Конкурстың бүләк фонды быйылдан 8 миллион 400 мең һумға артып, 50 миллион һумға яҡын тәшкил итә.
Шулай итеп, «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында Бөрйән районының Байназар ауылы еңеүсе булды. Уға 6 миллион һумлыҡ сертификат тапшырылды. Иглин районының Ҡалтыман ауылы – икенсе, Учалы районының Сәфәр ауылы өсөнсө урынға сыҡты.
«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында Йәрмәкәй районының Әбделкәрим ауылы еңеү яулап, 5 миллион һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Салауат районының Әлкә ауылы – II, Яңауыл районының Байғужа ауылы III урын алды.
«Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар» номинацияһында Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылы еңеп, 4 миллион һумлыҡ сертификат эйәһе булды. Икенсе урында – Ауырғазы районының Степановка ауылы, өсөнсөлә – Тәтешле районының Чургулды ауылы.
«Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында Асҡын районының Төлгөҙбаш ауылы беренсе урын яулап, 3 миллион һумлыҡ сертификат тапшырылды. Саҡмағош районының Иҫке Ихсан ауылы – икенсе урын, Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылы өсөнсө урынға сыҡты. Дүртенсе урын алғандарға – 300 мең һум, финалға сығыусыларҙың барыһына ла 200-әр мең һум тапшырылды. Еңеүсе ауылдарҙы ҡотлайбыҙ!
Нуриман ӘМИНЕВ, Бөрйән районының Байназар ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы:
– Ауылыбыҙ, үҙебеҙ өсөн тырышыуыбыҙҙы аңлап, күмәкләшеп ярышҡа сыҡтыҡ. Әлхәмдүллилләһ, ауыл халҡы дәррәү күтәреп, матур-матур саралар үткәреп, интернет селтәрендә 185 сараны сағылдырҙыҡ. Бөтәһе лә әүҙем ҡатнашты, ауыл гөрләп торҙо. Әлеге көндә лә, берәй сара үткәрмәйһегеҙме, конкурстарҙа ҡатнашмайбыҙмы, тип һораусылар бар. Киләһе йылда ла башҡа сараларҙа ҡатнашырға уйлайбыҙ.
«Айыҡ ауыл»да ҡатнашып, кешеләр айыҡ тормоштоң матурлығын аңланы. Эскән кешеләр бар ине, кемдер дауаланды, бәғзеләр үҙҙәре айыҡ тормошҡа аяҡ баҫты. Элек иҫерткес эсемлек менән мауыҡҡан ир-егеттәр хәҙер мәсеткә йөрөй, намаҙ уҡый башланы. Шөкөр, ураҙа тоттолар. Һөҙөмтәләр бик матур булды. Халыҡтың дәррәү күтәрелеүенә бик ҡыуандыҡ. «Айыҡ ауыл» конкурсы беҙҙең ауылыбыҙҙы күтәрҙе, еңеүгә бик шатландыҡ. Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манаповҡа, уның урынбаҫары Венера Вәлиеваға, мәктәп директоры Нурзилә Исмәғилеваға, клуб директоры Сәғит Алтынбаевҡа, Сәлиә Ишбулатоваға, Рөстәм Вәлитовҡа, Дилә Иманғоловаға, Лилиә Хәйбуллинаға һәм ауылыбыҙҙың барлыҡ халҡына ҙур рәхмәт!
Раил НИЗАМОВ, Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы:
– Был конкурс ауыл халҡын тупларға ярҙам итте. Ауылыбыҙҙы төҙөкләндерҙек, конкурстар үткәрҙек. Халыҡ берҙәм булып, еңеүгә ынтылыш менән эшләнек. Конкурс барышында күптәр дингә килде. Ауыл халҡы унда бик теләп ҡатнашты. Беҙҙә һыу проблемаһы ла бар, торбаларҙы алыштырырға кәрәк. Шуны ла бергәләп хәл итергә теләйбеҙ.
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.