Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март 2024, 14:21

2024 йылда балалы ғаиләләр ниндәй социаль ярҙамға дәғүә итә ала?

Башҡортостанда балаһы тыуған һәр ғаилә, матди хәленә һәм балаларының  иҫәбенә ҡарамаҫтан,  дәүләт ярҙамын алырға хоҡуҡлы. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер категория граждандары, мәҫәлән, күп балалы йә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, яңғыҙ әсәләр, инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр өҫтәмә  финанс ярҙамына дәғүә итә ала. Улар хаҡында ентекләберәк түбәндә танышырға мөмкин.

Ауырлы ҡатындарға ярҙам
Бала тыуыу һәм тәрбиәләүгә бәйле айлыҡ пособие
(Берҙәм пособие)
Кемдәргә тейеш: 12 аҙналыҡ йөклөлөк ваҡыты еткән ҡатынға. Уның ғаиләһендәге  һәр кешенең айлыҡ килеме Башҡор­тостанда билдәләнгән йәшәү минимумынан артырға тейеш түгел. 
Пособие тәғәйенләнгәндә ғаиләнең ми­л­ке лә иҫәпкә алына. Ғариза биреүсенең ғаилә ағзала­рының эш хаҡы булырға тейеш  йәки  булмауының объектив сәбәптәре күрһә­телгән осраҡта ғына пособие тәғәйенләнә.   
Күпме: пособиеның суммаһы ғаиләнең йән башына килеменән сығып иҫәпләнә.  2024 йылда ауырлы ҡатындар өсөн берҙәм пособие күләме – 7495 һум (50 %); 11243 һум (75%); 14991 һум (100%).
Нисек алырға: был түләүҙе алыу өсөн ауырлы ҡатынға Рәсәй Социаль фонды бүлегенә йәки үҙе йәшәгән урын буйынса Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша онлайн юлларға мөмкин. 

Беренсе бала тыуғас
1. Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие.
Кемдәргә тейеш: бар ғаиләгә лә. 
Күпме: һәр балаға 28294,95 һум. Ике һәм унан да күберәк бала тыуғанда, был бер тапҡыр бирелә торған пособие һәр балаға түләнә. 
Нисек алырға: эшләүсе ата-әсәнең бе­реһенә баланың теркәлгән урыны буйынса Рәсәй Социаль фондынан түләнә. Бының өсөн ғариза биреү кәрәкмәй.  Әгәр ҙә бер ерҙә лә эшләмәйһегеҙ икән, РФ Социаль фондына йәки йәшәгән урынығыҙ буйынса Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итегеҙ йә булмаһа «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша юллағыҙ.
2. 1,5 йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса айлыҡ пособие
Кемдәргә тейеш: бар ғаиләгә лә.
Күпме: 10611,33 һумдан башлап  йәки эшләгән кешенең алдағы ике йыл өсөн уртаса эш хаҡының 40 проценты (Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бү­лексәһе мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда тәғәйен­ләнәсәк пособиеның иң ҙур күләме – 49123 һум). 
Нисек алырға:  баланы йәш ярымға тиклем ҡараусы әсәгә йә атайға түләнә. Был аҡсаны әсәй кеше, шулай уҡ атай кеше лә, шулай уҡ баланы ҡараусы башҡа яҡын туғандары, опекундары ла алырға хоҡуҡлы.
Эшләгән кешеләргә уны эш биреүсенең мәғлүмәттәре буйынса туранан-тура Рәсәй Социаль фонды түләй, ә эшләмәүселәргә РФ Социаль фондына йәки йәшәгән урыны буйынса Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ «Дәүләт хеҙ­мәт­тәре» порталы аша ла юлларға мөмкин. 
Мөһим!
Бер ҡайҙа ла эшләмәүсе ата-әсәләргә, опекундарға һәм туғандарына  пособие билдәләнгән күләмдә түләнә:
– әгәр ҙә бала 2023 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуһа (уллыҡҡа алынған)  булһа, пособие  килемде иҫәпкә алынмай ғына  тәғәйенләнә;
– әгәр ҙә бала 2023 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуһа (уллыҡҡа алынһа), ғаиләнең мохтажлығын комплекслы баһалауҙы иҫәпкә алып, ғаиләнең  йән башына килеме Рәсәй Федерацияһы төбәгендә йән башына йәшәү минимумынан артмаған осраҡта тәғәйенләнә. ғаиләнең килеме, мөлкәте,  эш хаҡының булыу-булмауы,  булмауының объектив сәбәптәре булыуы, вкладтан алынған проценттар буйынса алынған килеме  иҫәпкә алына. 
3. Бала тыуыу һәм тәрбиәләүгә бәйле айлыҡ пособие
(Берҙәм пособие)
Кемдәргә тейеш: 0 – 17 йәшлек балалары булған ғаиләләргә ғаилә килеме Баш­ҡортостан Республикаһында билдәләнгән йән башына йәшәү минимумынан кәм булған осраҡта түләнә. 
Пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең милек-мөлкәте һәм ата-әсәнең мәшғүллеге иҫәпкә алына. Пособие ғаиләнең оло ағзаларының эш урыны йәки уның булмауы өсөн объектив сәбәптәр булғанда ғына тәғәйенләнә.
Күпме: пособиеның күләме ғаиләнең килеменә һәм төбәктәге йәшәү минимумына бәйле. 
17 йәшкә тиклемге балаға түләүҙең база өлөшө – 6670 һум (төбәктә балалар өсөн билдәләнгән йәшәү мини­мумының 50 проценты);
Ошо сумманы иҫәпкә алып та ғаиләнең килеме йәшәү минимумынан түбән икән, ул саҡта ғаиләгә 10005 һум (балалар өсөн   йәшәү минимумының 75 проценты) тү­ләнергә тейеш.
Әгәр ҙә был да етмәй икән, ул саҡта балаға 13340 һум (балалар йәшәү ми­ни­мумының 100 проценты) тейеш.
Нисек алырға: «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша, Күп функциялы үҙәк йә Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлек­сәһендә  юлларға мөмкин.
4. Балаға айлыҡ пособие
Кемдәргә тейеш: 18 йәшкә тиклемге балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаи­ләләргә.
Күпме: 233,55 һум һәм унан да күберәк.
Нисек алырға: уны юллау өсөн ата-әсәләрҙең береһенә йәшәгән урыны буйынса Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
мөһим! Һеҙгә дәүләт структуралары социаль хеҙмәттәрҙән үҙаллы һорап ала алмаған документтарҙы ғына алып барырға кәрәк.
5. Льготалы ипотека (рефинанслау)
Кемдәргә тейеш: 
– 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң балалары тыуған ғаиләләргә;
– бәлиғ булмаған ике бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә;
– инвалид балаһы булған ғаиләләргә;
– уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) бала алған ата-әсәләргә, баланың тыуған көнө 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренә тиклем булыу шарты менән.
Күпме: был программа буйынса ипотека ставкаһы  6 проценттан юғары булырға тейеш түгел.  
Нисек алырға: банктың офисына мө­рәжәғәт итергә, ғариза яҙырға һәм кәрәкле документтар тупланмаһын тапшырырға. Программала 50-гә яҡын банк ҡатнаша.
6. Яңы тыуған балаға бүләк туп­ланмаһы
Кемдәргә тейеш: бар ғаиләгә лә.
Нимәләр инә: яңы тыуған сабый өсөн иң кәрәкле әйберҙәр. 
Нисек алырға: бала табыу йортонан сыҡҡан ваҡытта һәр әсәгә тапшырыла.
7. Ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡа­тындарға махсус аҙыҡ-түлек
Кемдәргә тейеш: аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә.
Нисек алырға: буласаҡ әсәләр уны йөклөлөк буйынса иҫәпкә торғас, икенсе айынан башлап бала тапҡанға тиклем, ә бала имеҙеүсе ҡатындар балаһына алты ай тулғанға тиклем ала. 
8. Балалар өсөн бушлай туҡланыу
Кемдәргә тейеш: аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бала тыуғандан алып өс йәш тулғанға тиклем, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына.
Нисек алырға: балалар туҡланыуы өсөн аҙыҡ-түлек тупланмаһын  йәшәгән урын буйынса дауаханала йә  һөт кухняһында алырға була.
9. Балалар лагерҙарына һәм шифаханаларына юлламалар
Кемдәргә тейеш: бар ғаиләгә лә.
Нисек алырға: «Башҡортостан респуб­ликаһында ял һәм сәләмәтләндереү өл­кәһендәге хеҙмәт менән файҙа­ланыусы  һәм мохтажлыҡ кисереүсе балалар һәм үҫмерҙәр иҫәбенең берҙәм системаһы» мәғлүмәт системаһына ғариза ҡал­дырырға йәки йәшәгән урын буйынса Мәғариф ида­ралығына мөрәжәғәт итергә. 
10. Рецепт буйынса бушлай дарыуҙар
Кемдәргә тейеш: 3 йәшкә тиклем бөтә балаға ла һәм 6 йәшкә тиклем ишле  ғаиләләге балаларға.
Нисек алырға: педиатрға барырға һәм үҙең менән түбәндәге документтарҙы алырға: баланың тыуыу тура­һындағы таныҡлығы, СНИЛС, медицина полисы, баланың йәшәгән урынын раҫлаусы белешмә (справка). Табип өс рецепт яҙып биреп, шуның икәүһен ата-әсәгә бирергә тейеш.  
Бушлай бирелгән дарыуҙарҙың тулы  исемлеге РФ Хөкүмәтенең 1994 йылдың 30 июлендәге  890-сы ҡарарында күрһәтелгән. 
11. Балаға һалым түләүен кире ҡай­тарыу
Кемдәргә тейеш: рәсми рәүештә эш­ләгән ата-әсәнең икәүһенә лә.
Күпме: беренсе һәм икенсе балаға 1400 һумдан.  
Уны ҡайтарыу тәртибе менән Федераль һалым хеҙмәте сайтында танышырға мөмкин.
12. Балалар баҡсаһы өсөн беренсе балаға түләүҙе  өлөшләтә компенсациялау
Кемдәргә тейеш: бар ғаиләгә лә.
Күпме: балалар баҡсаһы өсөн түләүҙең 20 проценты, махсус хәрби операцияла ҡат­нашыусыларҙың балаларына 100 процент. 
Нисек алырға: балалар баҡсаһына урынлаштырғанда ата-әсәнең берәүһенең ғаризаһы нигеҙендә. 
13. Беренсе балаға «Әсәлек капиталы»
Кемдәргә тейеш: бар ғаиләгә лә беренсе балаһы тыуғанда йә уллыҡҡа алғанда.
Күпме: 2023 йылда – 630 380,78 һум.
Нисек алырға: йәшәгән урын буйынса Социаль фондҡа мөрәжәғәт итергә. «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында тер­кәлгән бул­һағыҙ, сертификат автоматик рәүештә әҙерләнә һәм Шәхси кабинет аша уның хужаһына хәбәр ителә.
14. Өс йәшкә тиклемге балаларға «Әсәлек капи­та­лы»нан айлыҡ түләүҙәр
Кемдәргә тейеш: «әсәлек капиталы»на хоҡуғы булған һәм 3 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләргә. Шул уҡ ваҡытта  ғаиләнең йән башына килеме иҫәпкә алына, ул  төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумынан ике тапҡырға артмаҫҡа тейеш (2024 йылдың 1 ғинуарынан  – 27506 һум). 
Күпме: төбәктә билдәләнгән балаға йәшәү минимумы күләмендә. 2024 йылда ул Башҡортостанда 13340 һумға тиң. Айлыҡ түләү балаға өс йәш тулғас түләнә.
Нисек алырға: йәшәгән урын буйынса Социаль фондҡа йә Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша юлларға мөмкин. 
мөһим! Һәр ғаилә ағзаһына уртаса эш хаҡы йәшәү минимумынан артмаған осраҡта, ғаилә аҙ тәьмин ителгән тип һанала. 
Башҡортостанда 2024 йылдың 1 ғи­нуа­рына ҡарата ул хеҙмәткә яраҡлы халыҡ өсөн – 14991 һумға, балалар өсөн 13340 һумға тиң. 
Ғаиләнең аҙ тәьмин ителеүселәр ка­те­горияһына ҡарауын раҫлаусы белешмәне Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарынан йәки Күп функциялы үҙәктән алырға була.
Һеҙҙең ғаиләнең ниндәй дәүләт ярҙамы саралары менән файҙалана алыуын интерактив онлайн-консультант сервисы яр­ҙамында белергә мөмкин. Шулай уҡ һорау­ҙа­рығыҙҙы 8-800-100-00-01 телефоны буйынса  белгестәргә  бирә алаһығыҙ. 

Икенсе бала тыуғас
(Алда һанап үтелгән 14 пункт та уларға ҡағыла)
15. Икенсе балаға «Әсәлек капиталы» 
Кемдәргә тейеш: 2007 йылдың 1 ғи­нуарынан һуң икен­се, өсөнсө һәм арта­банғы балаһы тыуған (уллыҡҡа алған) ғаиләгә.
Күпме: 2024 йылда:
– Ғаилә беренсе балаға «Әсәлек капиталы» алған осраҡта 202 643,96 һум;
– 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған (уллыҡҡа алынған) беренсе һәм икенсе балаға 630 380,78 һум; 
– «Әсәлек капиталы» алмаған осраҡта 883 024,74 һум.
Нисек алырға: йәшәгән урын буйынса Социаль фондҡа мөрәжәғәт итергә. «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында теркәлгән булһағыҙ, сертификат автоматик рәүештә әҙерләнә һәм Шәхси кабинет аша уның хужаһына хәбәр ителә.
16. Өс йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ пособие
Кемдәргә тейеш: бер юлы ике һәм унан да күберәк балаһы тыуған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә.
Күпме: һәр балаға 519 һум.
Нисек алырға: Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең филиалына йә йәшәгән урын буйынса Күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә. 
17. Икенсе балаға балалар баҡсаһы өсөн түләүҙе өлөшләтә компенсациялау
Кемдәргә тейеш: бар ғаиләгә лә.
Күпме: балалар баҡсаһы өсөн түләүҙең 50 проценты, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына 100 процент күләмендә.
Нисек алырға: баланы балалар баҡса­һына урын­лаш­тырғанда ата-әсәнең бе­рәүһенең ғаризаһы буйынса.
18. Бер ғаиләлә йәшәүсе балаларҙы бер үк балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә урынлаштырыу 
Кемдәргә тейеш: бар ғаиләгә лә. 
Нисек алырға: мәктәп етәкселегенә баланы уҡырға алыуҙарын һорап ғариза яҙырға.

Өсөнсө бала тыуғас
(Алда һанап үтелгән 18 пункт та уларға ҡағыла)
19. Өс йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ аҡсалата түләү
Кемдәргә тейеш: күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләге 2017 йылдың  31 декабренән һуң, әммә 2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған өсөнсө һәм артабанғы һәр балаға өс йәше тулғанға тиклем. Ғаиләнең йән башына килеме хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың йәшәү минимумынан ике тапҡырға артмаҫҡа тейеш. (2024 йылдың 1 ғинуарынан – 29982 һум).
Күпме: Башҡортостанда  балаларға билдәләнгән йәшәү минимумы күләмендә түләнә. 2024 йылда – 13340 һум.   
Нисек алырға: Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең филиалына йәки Күп функциялы үҙәккә ғариза менән мөрәжәғәт итергә. Шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша ла юлларға мөмкин.
20. Өсөнсө һәм артабанғы балаларға һалым түләүен ҡайтарыу
Кемдәргә тейеш: рәсми рәүештә эшкә урынлашҡан ата-әсәнең икәүһенә лә.
Күпме: 3000 һум.
Уны ҡайтарыу тәртибе менән Федераль һалым хеҙмәте сайтында танышырға мөмкин.
21. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләүҙәргә компенсация
Кемдәргә тейеш: күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, инвалид бала тәр­биәләүсе ғаиләләргә.
Күпме: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләнгән сумманан сығып, һәр кемгә айырым иҫәпләнә.
Нисек алырға: Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалына мөрәжәғәт итергә.
22. Өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн балалар баҡсаһына түләүҙе өлөшләтә компенсациялау
Кемдәргә тейеш: өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләгә.
Күпме: балалар баҡсаһына түләүҙең 70 проценты, махсус хәрби операцияла ҡат­нашыусыларҙың балаларына 100 процент күләмендә.
Нисек алырға: балалар баҡсаһына урын­лаштырғанда ата-әсәнең берәүһенең ғаризаһы буйынса.
23. Мәктәп формаһы алыу өсөн аҡ­салата компенсация
Кемдәргә тейеш: аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләгә ике йылға бер тапҡыр.
Күпме: мәктәп формаһы һатып алыу өсөн киткән сығымдар күләмендә, әммә 4489 һумдан артмаҫҡа тейеш.
Нисек алырға: 1 октябргә тиклем бала уҡыған урын буйынса үҙидаралыҡ органына мөрәжәғәт итергә йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша электрон рәүештә ғариза бирергә.
24. Беренсе синыф уҡыусыларына мәктәп кәрәк-ярағы тупланмаһы  
Кемдәргә тейеш: аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә.
Нисек алырға: мәктәп етәкселегенә ғариза яҙырға.
25. Шәхси төҙөлөш өсөн ер участкаһы йәки аҡсалата компенсация алыу
Кемдәргә тейеш: өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүсе, инвалид бала ҡараусы (шул иҫәптән уллыҡҡа алған) һәм торлаҡҡа мохтажлыҡ кисереүсе бу­лараҡ иҫәптә тороусы ғаиләләргә.
Күпме: шәхси төҙөлөш өсөн ер участкаһы йәки 250 мең һум аҡса.
Нисек алырға: йәшәгән урын буйынса муниципалитет хакимиәтенә ғариза менән мөрәжәғәт итергә. Документтар исемлеге һәм ер участкаһына хоҡуғы булған граждандар категорияһы менән тулыраҡ БР Ер һәм мөлкәт мөнә­сә­бәттәре министр­лы­ғының сайтында танышырға мөмкин.
26. Ипотеканы ҡаплауға түләүҙәр
Кемдәргә тейеш: 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем  өсөнсө һәм артабанғы балалары тыуған һәм ипотека кредиты булған ғаиләләргә. 
Күпме: 450 мең һумға тиклем.
Нисек алырға: ипотека кредиты алынған банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк.
27. Транспорт һалымына ташлама
Кемдәргә тейеш: күп балалы ғаиләләргә, ата-әсәнең (уллыҡҡа алыусыларҙың) бе­рәүһенә йәки опекунға, инвалид бала ҡараусы ата-әсәләргә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә­ләренә. 
Күпме: еңел автомобиль двигателенең ҡеүәте – 150, ә автобустыҡы 125 ат көсөнә тиклем булғанда – 100 процент. Машина двигателенең көсө 150 – 200 ат көсө булғанда – 50 процент. 
Нисек алырға: уны алыу өсөн теркәлгән урын буйынса Һалым инспекцияһына, Күп функциялы үҙәк аша йәки Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы Шәхси кабинет аша онлайн рәүештә ғариза менән мөрәжәғәт итергә. 
28. Милеккә һәм ер һалымына ташлама
Кемдәргә тейеш: өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе күп балалы ғаиләләргә.
Күпме: алты сутый ергә, шулай уҡ һәр балаға фатирҙың биш квадрат метрына һәм йорттоң ете квадрат метрына ташлама. Был ташлама бер ер участкаһына ғына бирелә.
Нисек алырға: теркәлгән урын буйынса ғариза менән Һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ  Күп функциялы үҙәк  йәки Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы Шәхси кабинет аша онлайн рәүештә юлларға була.
29. Балалар баҡсаһына сиратһыҙ ҡа­бул итеү
Кемдәргә тейеш: барлыҡ күп балалы ғаиләгә.
Нисек алырға: балалар баҡсаһы етәк­селегенә ғариза менән мөрәжәғәт итергә.
30. Бушлай туҡланыу
Кемдәргә тейеш: аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләнән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә­һенән булған уҡыусыларға һәм профессиональ колледж студенттарына  (23 йәшкә тиклем). 
Нисек алырға: белем биреү учреж­де­ниеһына ғариза менән мөрәжәғәт итергә.

31. Торлаҡ йортҡа газ үткәреүгә сертификат
Кемдәргә тейеш: күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә, инвалид бала тәрбиәләүсе аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, махсус хәрби операцияла ҡатна­шыусыларҙың ғаиләләренә. 
Күпме: сертификат хаҡы 75 мең һум тәшкил итә. Алғандан һуң уны ҡулланыу ваҡыты – 2 йыл.
32. Күп балалы ғаиләнән булған ба­лаларға уҡыу өсөн түләүгә компенсация
Кемдәргә тейеш: Башҡортостан кол­ледж­дарында көн­дөҙгө бүлектә түләү ни­геҙендә белем алыусы сту­денттарға.
Күпме: бер уҡыу йылына түләүҙең 50 проценты күләмендә, әммә 30 мең һумдан артыҡ  түгел. Студенттың ата-әсәһенә йәки уның законлы вәкиленә, 18 йәштән оло булһа, студенттың үҙенә түләнә. 
Мөһим! 
Компенсация 2023 – 2024 уҡыу йылынан башлап, уның аҙағында уҡыу йылы өсөн түләнә.
33. «Күп балалы ғаилә» таныҡлығы 
Кемдәргә тейеш: өс балалы һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балалары булған ғаиләләргә.  Был документ республика һәм бөтә ил буйынса сауҙа һәм күңел асыу учреждениеларында төрлө ташлама  менән файҙаланыу мөмкинлеге бирә. 
Нисек алырға: Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең филиалына йәки Күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә.
34. «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы
Кемдәргә тейеш: өс һәм унан да күберәк инвалид баланы уллыҡҡа алыусы ғаи­лә­ләргә.
Күпме: миҙалға 100 мең һум күләмендә премия бирелә. 
Нисек алырға: ҡала йә район хаки­миәтенә мөрәжәғәт итергә.

Дүртенсе бала тыуғас
(Алда һанап үтелгән 34 пункт та уларға ҡағыла)
35. Күп балалы ғаиләләрҙең айырым категорияларына айлыҡ пособие 
Кемдәргә тейеш: аҙ тәьмин ителгән дүрт балалы ғаиләләргә.
Күпме: 1557 һум.
Нисек алырға: Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең филиалына йәки Күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә.
36. «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы
Кемдәргә тейеш: дүрт һәм унан да күберәк балалары булған ғаиләгә, һуңғы балаларына 3 йәш тулған булыу шарты менән. 
Күпме: миҙалға 200 мең һум күләмендә премия бирелә. 
Нисек алырға: ҡала йәки район хаки­миәтенә мөрәжәғәт итергә. 

Бишенсе һәм артабанғы 
балалар тыуғас
(Алда һанап үтелгән 36 пункт та уларға ҡағыла)
37. Күп балалы ғаиләләрҙең айырым категорияларына айлыҡ пособие
Кемдәргә тейеш: аҙ тәьмин ителгән биш һәм унан да күберәк балалары булған ғаиләләргә.
Күпме: 2076 һум.
Нисек алырға: Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең филиалына йәки Күп функциялы үҙәк офисына ғариза менән мөрәжәғәт итергә.
38. «Әсәлек даны» миҙалы
Кемдәргә тейеш: биш һәм унан күберәк бала табып (уллыҡҡа алып), тәрбиәләүсе әсәйҙәргә, уларҙың береһе 1997 йылдың 16 апреленән һуң тыуған булыу шарты менән. 
Күпме: миҙалға  50 мең һум премия бирелә.
Нисек алырға: наградалау тураһында тәҡдим  йәшәгән урын буйынса ауыл, ҡала биләмәһе хакимиәте йәки күп балалы әсә эшләгән  ойошма тарафынан индерелә.
39. Торлаҡ сертификаты
Кемдәргә тейеш: торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ кисереүсе булараҡ урындағы үҙидаралыҡ органдарында иҫәп­тә торған биш һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә.
Нисек алырға: БР Төҙөлөш һәм архитектура министр­лығына мөрәжәғәт итергә. Сертификат тапшырылған көндән алып алты ай дауамында ғәмәлгә яраҡлы һанала. Социаль түләү алыу өсөн кәрәкле доку­менттарҙы йыйырға тура киләсәк. 
40. Яңы йыл бүләктәре
Кемдәргә тейеш: биш һәм унан күберәк бәлиғ булмаған күп балалы ғаиләнең 14 йәшкә тиклемге балаларына.
Нисек алырға: әгәр ҙә ғаилә халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү органдарында иҫәп­тә тора икән, ниндәйҙер документтар йыйыу кәрәкмәй. Ә инде 18 йәшкә тиклемге биш һәм унан да күберәк балаһы булған ғаилә халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү органдарында иҫәптә тормаһа, йәшәгән урын буйынса Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙегеҙ менән паспорт һәм бөтә балағыҙҙың да тыуыу тураһындағы та­ныҡлығын алырға онотмағыҙ.

Етенсе һәм артабанғы 
балалар тыуғас
(Алда һанап үтелгән 40 пункт та уларға ҡағыла)
41. «Ата-әсәлек даны» ордены
Кемдәргә тейеш: ете һәм унан да күберәк балаһы булған ғаиләләргә, һуңғы балаларына 3 йәш тулған булыу шарты менән.
Күпме: наградаға 500 мең һум күләмендә премия ҡаралған.
Нисек алырға: ҡала йәки район ха­кимиәтенә мөрәжәғәт итергә.
42. «Ата-әсә ҡаһарманлығы»  миҙалы
Кемдәргә тейеш: 
– ете һәм унан да күберәк бала тәр­биәләүсе ғаиләләргә, һуңғы балаларына 3 йәш тулған булыу шарты менән; 
– тәрбиәгә бәлиғ булмаған ете һәм унан да күберәк етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған баланы алған опекундар, попе­чителдәр (шул иҫәптән патронат тәр­биә­селәр, тәрбиәгә бала алған ата-әсәләр).
Күпме: миҙалға 100 мең һум күләмендә премия ҡаралған.
Нисек алырға: ҡала йәки район хаки­миәтенә мөрәжәғәт итергә.

Һигеҙенсе һәм артабанғы 
балалар тыуғас
(Алда һанап үтелгән 42 пункт та уларға ҡағыла)
43. Күп балалы ғаиләләргә  бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү
 Кемгә тейеш: 23 йәшкә тиклемге 8 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаи­ләләргә. Ғаиләлә өс йылдан ашыу йәшәгән осраҡта, уллыҡҡа һәм опекунға алынған балалар ҙа иҫәпкә алына.  Тағы бер мөһим шарт – ғаилә республика биләмә­һендә кәмендә өс йыл йәшәгән булырға тейеш. 
Күпме: 622,8 мең һум.
Нисек алырға: был түләүҙе алыу өсөн ата-әсәнең берәүһенә Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең йәшәгән урын буйынса филиалына ғариза менән мөрәжәғәт итергә. Әлбиттә, тейешле доку­менттарҙы ла йыйырға кәрәк. 

Унынсы һәм артабанғы 
балалар тыуғас
(Алда һанап үтелгән 43 пункт та уларға ҡағыла)
44. «Герой-әсә» исеме 
Кемдәргә тейеш: ун һәм унан күберәк бала табыусы һәм тәрбиәләүсе әсәйҙәргә, унынсы балаға бер йәш тулған булыу шарты менән.
Күпме: исемгә 1 млн һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата бүләкләү ҡаралған.
Нисек алырға: ҡала йәки район ха­кимиәтенә мөрәжәғәт итергә. 

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.

Читайте нас