Бер айға субсидия - 1200 һум, ә Башҡортостанда Урал коэффициенты менән 1380 һум тәшкил итә. Был сумма тәрбиәгә алынған пенсионерҙың пенсияһы менән бергә килә.
Пособиены түбәндәгесә юлларға була:
1. Пенсия фонды сайтында vk.cc/54oLYz йәки Дәүләт хеҙмәттәрендә шәхси кабинетҡа инегеҙ
2. Рәсәй Пенсия фондының төп битендәге хеҙмәттәр исемлегендә «Социаль түләүҙәр» бүлеген табығыҙ
3. Эшкә һәләтһеҙ гражданды ҡарау буйынса компенсация аҡсаһы тәғәйенләү һәм тәрбиәгә ризалыҡ биреү тураһындағы пункттарҙы һайлағыҙ
4. Ике ғариза тултырығыҙ һәм уның ҡаралыуын көтөгөҙ
5.Түләүҙең ҡасан тәғәйенләнеүе тураһында белдереү ҡағыҙы шәхси кабинетҡа килә
Үҙмәшғүлдәр инвалид кешене, шул иҫәптән инвалид баланы тәрбиәләү буйынса ла компенсация алыу мөмкинлегенә эйә.
Фото: Т. АМАНОВ.