Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2022, 08:28

Финанс грамоталылығыңды тикшереп ҡарағың килһә..

1 декабрҙән 15 декабргә тиклем Башҡортостанда йәшәүселәр финанс грамоталылыҡ буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-зачет тапшыра ала: https://finzachet.ru/. Уны Рәсәй банкыһы һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ойоштора. Зачетта теләге булған һәр кеше, хатта башланғыс класс уҡыусылары ла ҡатнаша ала.

Финанс грамоталылығыңды тикшереп ҡарағың килһә..
Финанс грамоталылығыңды тикшереп ҡарағың килһә..

Зачет ике кимәлдә бирелә. База кимәле - финанстарҙы яңы өйрәнә башлағандар өсөн. Һәм юғары кимәл - төрлө финанс продукттарын һәм хеҙмәттәрен файҙаланыу йәһәтенән тәжрибәгә эйә һәм ҡатмарлы мәсьәләләргә әҙер булғандар өсөн.

Шәхси зачеттан тыш, ғаилә зачеты ла тапшырырға мөмкин. Шәхси зачет - 30 минуттан, ғаилә зачеты тапшырыу бер сәғәттән артмай. Зачетты бер нисә тапҡыр бирергә мөмкин.

Сарала ҡатнашыу финанс йәһәтенән дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү, мутлашыусыларҙан һаҡланыу һәм интернетта шәхси финанс мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн һеҙҙә тейешле белем һәм оҫталыҡтың етерлекме-юҡмы икәнен аңларға мөмкинлек бирә.

Финанс грамоталылыҡ буйынса зачет 2018 йылдан башлап йыл һайын уҙғарыла. Башҡортостандан ҡатнашыусылар юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Мәҫәлән, былтыр унда республикала йәшәүсе 23 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: