Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2022, 17:23

Социаль эшҡыуарҙар социаль проекттар интенсивында ҡатнаша ала

Башҡортостандың «Минең бизнесым» үҙәге «Социаль проекттар акселераторы» интенсивында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә башланы.

Социаль эшҡыуарҙар социаль проекттар интенсивында ҡатнаша ала
Социаль эшҡыуарҙар социаль проекттар интенсивында ҡатнаша ала

Сара социаль идеяны бизнес-проект итеп әҙерләргә, һатыу каналдарын көйләргә һәм уны киңәйтергә ярҙам итәсәк.

Ҡатнашыусылар өс аҙна буйына эксперттар менән эшләйәсәк. Интенсивта Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән һәм социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләгән йәки үҙ эшмәкәрлеген ошо өлкәлә планлаштырған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡатнаша ала.

Тренинг онлайн форматта уҙғарыла, ә финалистарҙың проекттары менән таныштырған йомғаҡлау сараһы оффлайн була.

Ғаризаны 2022 йылдың 5 декабренә тиклем бирергә мөмкин.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 224-99-99.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: