Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2022, 11:30

Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһының профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһының профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлай.

Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһының профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһының профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы

– Профсоюздарҙың күп йыллыҡ эшмәкәрлеге илдә һәм республикала иң ҙур йәмәғәт берләшмәһенең юғары әһәмиәткә эйә булыуын һәм йоғонтоһон иҫбатланы. Беҙ илебеҙ тарихының төрлө осорҙарында хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау өсөн күп эштәр башҡарған профсоюз хәрәкәте ветерандарына ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ,

Бөгөн профсоюздар власть, эш биреүселәр һәм хеҙмәт кешеһе араһында асыҡ диалогтың мөһим ҡатнашыусыһы булып тора. Профсоюздар булдырған уникаль социаль партнерлыҡ институты социаль-иҡтисади өлкәләге ҡатмарлы мәсьәләләрҙе һөҙөмтәле хәл итеү, кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреү, эш урындарын һаҡлап ҡалыу, хеҙмәт ҡануниәтен үтәүҙе контролдә тотоу, хеҙмәтсәндәрҙең хеҙмәтен һәм һаулығын һаҡлау өлгөһө булды.

Профсоюздар киләсәктә лә хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлауға, ватан профсоюз хәрәкәтенең берҙәмлек, теләктәшлек һәм ғәҙеллек принциптарына нигеҙләнгән бай традицияларын үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индерер, тип ышанам.

Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, именлек, барыһының да яҡшы булыуын, Ватаныбыҙ, хеҙмәт кешеһе мәнфәғәттәре өсөн эшегеҙҙә уңыштар теләйем! – тиелә ҡотлауында.

 

 

Фото: Т. Аманов.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: