Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2022, 12:24

Беҙҙең арабыҙҙа ла геройҙар бар

– «Беҙҙең заман геройы» премияһына лайыҡ булыуыма бик шатмын, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Ҡаҙағстанда йәшәүсе Сабит Шонтаҡбаев. Ул,   үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, 8-се ҡаттың тәҙрәһенән осоп төшә яҙған баланы ҡотҡарған. Был туралағы видео социаль селтәрҙәрҙә киң тарала. «Беҙҙең заман геройы» Бөтә Рәсәй телевизион йәмәғәт премияһын алыусылар араһында Сабит Шонтаҡбаев та ингән. Йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы баш ҡалабыҙ Өфөлә 11 ноябрҙә үтәсәк.  

Беҙҙең арабыҙҙа ла геройҙар бар
Беҙҙең арабыҙҙа ла геройҙар бар

Унда Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан хәҙерге заман геройҙары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре йыйыласаҡ. Быйыл бүләкләнеүселәр араһында Белоруссия һәм Ҡаҙағстандан да  барҙар.

Әйткәндәй, «Беҙҙең заман геройы» халыҡ-ара премияға әүерелә. Сөнки изге, эскерһеҙ, батыр эштәр өсөн сиктәр юҡ. Премияны тапшырыу тантанаһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтәсәк. Бүләкләү тантанаһының тура эфирын «Вся Уфа» телеканалында йәки «Бәйләнештә» селтәрендә лә  ҡарай алаһығыҙ.

 

 Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: