– Балаларҙы ғаиләгә урынлаштырғанда ғаилә һайлауға һәм, әлбиттә, буласаҡ алмаштырыусы ата-әсәләр әҙерләүгә етди иғтибар бирелә. Бөгөн төбәктә 16 баланы тәрбиәгә алған ата-әсә мәктәбе эшләй, уларҙа ғинуарҙан сентябргә тиклем 740 кеше бушлай уҡытылған. Мәктәптәрҙә юғары квалификациялы психологтар, медиктар һәм юристар эшләй, улар йыл һайын 1000-гә яҡын гражданды уҡыта, – тип аңлатма бирә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина.
Ата-әсәләр мәктәен үтеү – баланы ғаиләгә алырға теләүселәр өсөн мотлаҡ шарт.
Унан да бигерәк, ата-әсә булыу теләгенә тулыһынса ышанып бөтмәгән кешеләр ҙә уҡый ала, шулай уҡ улар яңы ғаилә ағзаһын ҡабул итергә әҙерме, юҡмы икәндәрен аңлау өсөн психологик тикшереү һәм социаль-психологик диагностика үтә ала.
Фото: Т. АМАНОВ.