Балағыҙҙың йәшенә ҡарап, уның менән ғәҙел булығыҙ:
- әкиәттәр уйлап сығармағыҙ («Атай Айға осҡан йәки командировкаға киткән») һәм бала тирәләй иллюзиялар донъяһы ҡормағыҙ,
- балағыҙға барлыҡ кире хәбәрҙе бер юлы һөйләмәгеҙ,
- баланың һорауына аныҡ яуап бирегеҙ,
- ихлас әңгәмә ҡороу өсөн, ҡаршы һорауҙар бирегеҙ ("Атайың махсус операцияға китә, был уның бурысы, ошо хаҡта һин нимә уйлайһың?").
Өҫтөнлөктәрҙе билдәләгеҙ. Мөһим бурыстар исемлеген төҙөгөҙ, уларҙы үтәүҙән баш тартыу мөмкин булмаһын. Был балаға ҡарата эшләргә кәрәкле минималь ғәмәлдәр йыйылмаһы. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ата-әсәләр перфекционизмы өсөн иң насар ваҡыт, үҙегеҙҙе йәлләгеҙ.
Балағыҙға атаһы менән бәйләнештә булырға ярҙам итегеҙ. Бәйләнештә булһаң, айырылышыуҙы кисереүе еңелерәк. Был хаҡта партнерығыҙ менән һөйләшегеҙ. Мәҫәлән, ул даими шылтыратып ҡына ҡалмай, фотоһүрәттәр ебәрә, видео йәки тауыш хәбәрҙәре яҙҙыра ала - хәйерле иртә һәм тыныс йоҡо теләй, көндөң нисек үткәнен һөйләй.
Бергәләп китап уҡығыҙ.
Баланың негатив хистәренән ҡурҡмағыҙ. Уның ошондай хис-тойғоларға хоҡуғын танығыҙ, уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Киреһенсә, хистәренә ҡарата һүҙҙәр һайларға ярҙам итегеҙ. «Һин асыуланаһың, һиңә ҡыйын. Мин һинең тойғоларыңды уртаҡлашам һәм уларҙы бик яҡшы аңлайым. Мин һинең менән».
Уйнағыҙ. Әгәр бала бәләкәй икән, уның менән бергә ҡағыҙ битен бәләкәй генә киҫәктәргә йыртып, һуңынан уларҙы ҡатырға һауытҡа һалып, ҡапҡас менән ябып ҡуйырға мөмкин. Борсолоу хисе менән дә шулай эш итергә кәрәклеген аңлатығыҙ: уны алыҫҡараҡ алып ҡуйып, борсомауын үтенергә. Өлкәнерәк балалар менән яҡын киләсәккә план ҡорорға мөмкин - датаһы әлегә билдәһеҙ булһа, аныҡ датаһыҙ, әммә ғаиләгеҙгә үтергә тура киләсәк этаптарҙы билдәләргә кәрәк.
Балағыҙға уны яратыуығыҙ хаҡында әйтегеҙ.
Берҙәм бөтә Рәсәй балалар ышанысы телефоны:
8-800-2000-122 (тәүлек әйләнәһенә, бушлай).
Бында ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа профессиональ балалар психологынан консультация алырға мөмкин. Мәктәп йәшендәге бала үҙаллы шылтырата ала.
Күберәк яуаптар ошонда:
Чат-бот https://t.me/Mobilizacia_Bash_Bot
Башҡортостандың Ситуация үҙәге:
122, өҫтәмә номер – 1
8 (347) 218-19-19