Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2022, 07:30

Бөгөн – Атайҙар көнө

Атайлы бала – арҡалы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Атайлы үҫкән бала үҙен тормошта ышаныслы тойоп, бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай. Атай кеше – ғаиләнең дә, илебеҙҙең дә терәк-таянысы. Хөрмәтле  атайҙар, бөгөнгө байрамығыҙ менән! Киләсәктә лә ҡәҙерле кешеләрегеҙҙең, балаларығыҙҙың, тыуған төйәгебеҙҙең яҡлаусыһы, ҡурсалаусыһы булып ҡалығыҙ.

Бөгөн – Атайҙар көнө
Бөгөн – Атайҙар көнө

Әйткәндәй, был байрам Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы булдырылды. Ул октябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә. Байрам ғаилә институтын, атайҙар абруйын нығытыу йәһәтенән барлыҡҡа килә.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: