Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Октябрь 2022, 14:27

Форумда сит илдән дә вәкилдәр ҡатнаша

6 – 7 октябрҙә баш ҡалабыҙҙың  ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр комплексында «Еңел сәнәғәт – 2022» форумы үтә. Уны  Башҡортостан Хөкүмәте, республикабыҙҙың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, «Башҡортостан күргәҙмә компанияһы» ойоштора.

Форумда сит илдән дә вәкилдәр ҡатнаша
Форумда сит илдән дә вәкилдәр ҡатнаша

Еңел сәнәғәт ҡаҙаныштарын күрһәтеү, индустрияның мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү өсөн бында власть органдары, ассоциациялар, еңел сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре, шулай уҡ сит ил делегациялары һәм тармаҡ эксперттары бер майҙанға йыйылды. Быйыл форумда барлығы 60-тан ашыу компания һәм шәхси эшҡыуар ҡатнаша. Ул бер нисә тематик майҙансыҡҡа бүленгән.

– Семәрле ламбрекен, салфеткалар эшләүҙән башлағайным. Социаль килешеү нигеҙендә 250 мең һумлыҡ  адреслы ярҙам алғандан һуң сигеү, сәнәғәт машинаһы, парагенератор кеүек ҡоролмалар һатып алып, мендәрҙәрҙе сигеүгә тотондом. Унан тыш,  биҙәлгән йомшаҡ дизайнер ултырғыстар яһау менән дә булышам, оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә лә ниәтем бар, – ти биш йыл  үҙ эшен алып барған  Зәлиә Килдеғошова.

«Матур» ательеһында тегелгән аяҡ-кейемдәре бигерәк тә иғтибарҙы йәлеп итте. Бында үҙең теләгән дизайн менән аяҡ-кейеме тектереп алып була. «Бына ошондай кроссовкиҙы Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиев кейгәнен, бәлки, күргәнегеҙ ҙә барҙыр әле. Беҙҙән тектереп ала ул», – ти маҡтанып та ҡуйҙы бында эшләүселәр.

Иртәгә, 7 октябрҙә, форумда «Хәҙерге заман ысынбарлығында еңел сәнәғәт. Үҫеш нөктәһе» темаһына асыҡ һөйләшеү форматында пленар сессия үтәсәк. Бында шулай уҡ «Рәсәй сифат системаһы» ойошмаһы һәм «АИДТ» балалар тауарҙары индустрияһы преприятиелары ассоциацияһы менән бер нисә Хөкүмәт килешеүе лә төҙөлөү көтөлә.

Форум бик бай программаны үҙ эсенә ала.  Еңел сәнәғәт өлкәһендә әле эшен алып барған  һәм буласаҡ эшҡыуарҙар өсөн төрлө йүнәлештә 20-гә яҡын «түңәрәк өҫтәл», асыҡ лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторола. Секциялар эшендә Рәсәйҙән һәм сит илдән 70-тән ашыу абруйлы тармаҡ спикерҙары ҡатнаша.

Әйткәндәй, форум майҙансығында тәүге тапҡыр мәктәп формаһы конкурсы үткәрелә. Ҡатнашыусыларҙың һәм килеүселәрҙең тауыш биреүен иҫәпкә алып, уларҙың еңеүселәрен абруйлы жюри баһалаясаҡ.  Шулай уҡ уҡыу йорттары студенттары, урындағы йәш дизайнерҙар мода ла күрһәтә.

 

 

Юлай КӘРИМОВ фотолары.

Форумда сит илдән дә вәкилдәр ҡатнаша
Форумда сит илдән дә вәкилдәр ҡатнаша
Форумда сит илдән дә вәкилдәр ҡатнаша
Форумда сит илдән дә вәкилдәр ҡатнаша
Форумда сит илдән дә вәкилдәр ҡатнаша
Форумда сит илдән дә вәкилдәр ҡатнаша
Форумда сит илдән дә вәкилдәр ҡатнаша
Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: