Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Октябрь 2022, 18:42

Өфөнөң ике үҙәк урамы ваҡытлыса ябыласаҡ

Республика көнөндә  Өфөлә бер нисә сара уҙғарыласаҡ.  Совет майҙанында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор, Рәсәй Федерацияһы Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһы үтәсәк. Шулай уҡ был көндө «Геройҙар ваҡыты» беренсе Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар фестиваленең финалы һәм Башҡортостандың сәнғәт оҫталарының концерты ла була.

Өфөнөң ике үҙәк урамы ваҡытлыса ябыласаҡ
Өфөнөң ике үҙәк урамы ваҡытлыса ябыласаҡ

Тантаналы саралар барышында Совет (Зәки Вәлидиҙән Октябрь Революцияһына тиклем) һәм Пушкин (Цюрупанан Ленинға тиклем) урамдарында транспорт хәрәкәте ябыла.

Сикләүҙәр 10 октябрҙән 12 октябргә тиклем киске сәғәт 11-ҙән 12 октябргә төнгө 1-гә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Был осорҙа йәмәғәт транспорты маршруттарының хәрәкәт схемаһы үҙгәрә.  Шуға күрә ҡала хеҙмәттәре ваҡытлыса сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙе һәм юлға сығырға ниәтләгәндә хәрәкәтте ябылыуҙы иҫәпкә алыуҙы һорай.



Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: