Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2022, 16:20

Ейәнсурала тәбиғәт ҡомартҡылары кәртәләп алына

Яҙ көнө баш ҡалабыҙҙа үткән ейәнсураларҙың осрашыуында район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов: – «Атайсал» проектына ярашлы, тарихи йәки тәбиғәт ҡомартҡыларын кәртәләп алырға, матурлап ҡуйырға тейешбеҙ. Юғиһә, бер ниндәй ҙә шарттар тыуҙырылмаған, ултырып ял итер урын да юҡ, – тип белдергәйне. Әле ауыл биләмәләрендә был йүнәлештә эш әүҙем барыла. Ибрай ауылы халҡы, мәҫәлән, тау һыртында әллә ҡайҙан күренеп торған «Оҙон ҡарағас»ты кәртәләп алып,  тәбиғәт ҡомартҡыһын асыу байрамын  да ойошторған.

Ейәнсурала тәбиғәт ҡомартҡылары кәртәләп алына
Ейәнсурала тәбиғәт ҡомартҡылары кәртәләп алына

Был көндө килгән ҡунаҡтарҙы  «Һүрәм» халыҡ фольклор ансамблендәге инәйҙәр дәртле йыр-моңо менән ҡыуандырған.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

  

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: