-3 °С
Болотло
«Аш-һыу бүлмәһендә ултыра инем, коридорҙа ниндәйҙер аңлашылмаған тауыш ишеттем. Камераларҙы ҡарап сығырға булдым. Архивты ҡарай башланым, осоп килгән аҡ тапты күрҙем», – тип аптырап һөйләй ҡыҙ.
«Уфанет» камераларындағы видеояҙмала коридор буйлап осоп барған аҡ тап күренә. Һуңынан ул юҡҡа сыға. Шунан һуң ҡатта хәрәкәт датчигы эшләй һәм яҡтылыҡ ҡабына.
Бында йәшәүселәр әйтеүенсә, «подъезд шәүләһе» ҡайһы саҡта үҙе хаҡында башҡа ысулдар менән дә белдереп, аңлашылмаған тауыш сығара, ишек шаҡый ҙа юҡҡа сыға икән.
Фото: Т. АМАНОВ.