Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2022, 08:15

Башҡортостанда йәшәүселәр иң яҡшы йортто йәки ихатаны һайлай ала!

«Иң яҡшы йорт. Иң яҡшы ихата» Бөтә Рәсәй конкурсы ҡатнашыусыларына тауыш биреү башланды. Ул 5 сентябргә тиклем түбәндәге сайтта дауам итә: https://moydom.er.ru/.

Башҡортостанда йәшәүселәр иң яҡшы йортто йәки ихатаны һайлай ала!
Башҡортостанда йәшәүселәр иң яҡшы йортто йәки ихатаны һайлай ала!

Номинациялар түбәндәгесә:
- «Күп фатирлы йорт советының иң яҡшы эш тәжрибәһе»
- «Торлаҡ милекселәре ширҡәте/торлаҡ-төҙөлөш кооперативтарының иң яҡшы эш тәжрибәһе»
- «Иң татыу йорт»
- «Иң яҡшы капиталь ремонт үткәреү практикаһы»
- «Иң яҡшы подъезд»
- «Иң яҡшы ихата»

Был конкурс ни өсөн уҙғарыла?
Ул күп фатирлы йорттарға идара итеүҙә, ихаталарҙы һәм подъездарҙы ҡарауҙа иң уңышлы тәжрибәләрҙе асыҡлау өсөн үткәрелә.

Еңеүселәр 11 сентябрҙә Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында бүләкләнәсәк.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: