БР Мәғариф һәм фән министрлығы башлығы билдәләүенсә, 2026 йыл аҙағынаса яңыртыу кәмендә 365 мәктәпте солғап аласаҡ. Быйыл программа буйынса 63 мәктәптә ремонт үткәрелгән. «Ремонт нулдән башлап тиерлек уҙғарылды: инеү урыны, милли башҡорт элементтарын файҙаланып, эскиздар буйынса фасадтар, шулай уҡ аҙыҡ-түлек блоктары, ашханалар, бәҙрәфтәр яңыртылды. Бынан тыш, мәктәп биләмәһе төҙөкләндерелде, юлдарға асфальт түшәлде, майҙансыҡтар өсөн резина япмалар ҡуйылды, яңы дәреслектәр һатып алынды, мәктәп йыһаздары яңыртылды. Ҙурлығына ҡарап, һәр белем биреү учреждениеһына финанслау 30-25 миллион һум тәшкил итте», - тип хәбәр итте Айбулат Хажин.