-5 °С
Ҡар
Мәғариф өлкәһенә сығымдарҙың дөйөм суммаһы – 72 миллиард һумға яҡын. Был эш хаҡы, объекттарҙы тотоу һәм башҡа сығымдар. Республикабыҙҙа 2000-дән ашыу мәктәп бар. Ауыл мәктәптәрен ремонтлау буйынса федераль проектты тормошҡа ашырыу ҙа ярайһы ҙур ярҙам булды. Киләһе йылда 77 мәктәптең бинаһын ремонтлау күҙаллана. Бөтә мәғариф объекттарын капиталь ремонтлауға республика ҡаҙнаһынан уртаса 600 миллион һум самаһы бүленә. 2023 йылда мәктәптәргә генә ремонт эштәрен башҡарыуға федераль ҡаҙнанан 3,6 миллиард һум бүленә. Республика ҡаҙнаһынан – 692 миллион һум, - тип билдәләне Лира Иғтисамова.