26 майҙа география, әҙәбиәт һәм химия буйынса һынауҙарҙың төп осоро асыла. Информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын, шулай уҡ сит телдәр буйынса имтихандың «Һөйләшеү» бүлеген уҙғарыу өсөн икешәр көн ҡаралған. Сит телдәр буйынса «Һөйләшеү» бүлеген – 16 һәм 17 июндә, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса БДИ-ны 19 һәм 20 июндә үткәреү планлаштырыла. Беренсе мотлаҡ фәнде, рус телен, сығарылыш уҡыусылары 29 майҙа тапшыра. База һәм профилле кимәлдәге математика буйынса икенсе мотлаҡ имтихан бер көндә – 1 июндә үтәсәк.
Тарих һәм физика буйынса имтихандар – 5 июндә, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән Берҙәм дәүләт имтиханы – 8 июндә, биология һәм сит телдәрҙән яҙма өлөш 13 июндә уҙғарыла.
Туғыҙынсы кластар өсөн төп дәүләт имтиханын уҙғарыу ҙа өс осорға бүленгән: ваҡытынан алда (21 апрелдән 16 майға тиклем), төп (24 майҙан 1 июлгә ҡәҙәр) һәм өҫтәмә (4 сентябрҙән 23-нә тиклем). 2023 йылғы имтихан кампанияһының төп осоро 1 июлдә тамамлана. Мәғариф һәм фән министры Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыуға ғаризаны – 2023 йылдың 1 февраленә, төп дәүләт имтиханында 2023 йылдың 1 мартына тиклем бирергә мөмкин булыуын иҫкә төшөрҙө.
Фото: Т. АМАНОВ.