Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2022, 17:34

«Ҡәрҙәш-мәктәптәр» проекты тормошҡа ашырыла

Һамар өлкәһе уҡытыусылары Фатима Мостафина иҫтәлегенә арналған сараларҙа ҡатнашыу маҡсатында республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында булды.

«Ҡәрҙәш-мәктәптәр» проекты тормошҡа ашырыла
«Ҡәрҙәш-мәктәптәр» проекты тормошҡа ашырыла

Сара Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы, В.И. Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ лицей-интернаты һәм Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы Ырғыҙлы мәктәбе араһында өс яҡлы «Ҡәрҙәш-мәктәптәр» проекты килешеүен тормошҡа ашырыуға ярашлы  уҙҙы.

Делегация  Фатима Мостафинаның тормошо һәм эшмәкәрлеге менән тығыҙ бәйләнгән мәктәптәр эшмәкәрлеге менән танышты: Фатима Хәмит ҡыҙы Стәрлетамаҡ лицей-интернатын тамамлаған, әле 20-се ҡала башҡорт гимназияһы БАССР-ҙың элекке мәғариф министры Фатима Мостафинаның исемен ғорур йөрөтә.

Ҡунаҡтар башҡорт телен, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса проекттар, мобиль ҡушымталар, оҫталыҡ дәрестәре һәм асыҡ дәрестәр менән танышты, билдәле педагогҡа арналған мәктәп музейҙарында булды. Осрашыу артабанғы хеҙмәттәшлек, этномәҙәни белем биреүгә арналған берлектәге саралар ойоштороу буйынса мәсьәләләрҙе тикшереү менән тамамланды.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: