Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2022, 17:55

Финанстар буйынса зачёт 18 декабргә тиклем оҙайтылды!

2022 йылдың 1 декабренән 18-енә тиклем финанс грамоталылыҡ буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-зачёт уҙа. Теләгән һәр кем финанс мәсьәләләре буйынса үҙенең белемен тикшерә ала.

Финанстар буйынса зачёт 18 декабргә тиклем оҙайтылды!
Финанстар буйынса зачёт 18 декабргә тиклем оҙайтылды!


Зачет ике кимәлдә бирелә. База кимәле - финанстарҙы яңы өйрәнә башлағандар өсөн. Һәм юғары кимәл - төрлө финанс продукттарын һәм хеҙмәттәрен файҙаланыу йәһәтенән тәжрибәгә эйә һәм ҡатмарлы мәсьәләләргә әҙер булғандар өсөн.

Шәхси зачеттан тыш, быйыл ғаилә зачетын тапшырыу мөмкинлеге лә барлыҡҡа килде. Шәхси зачет 30 минуттан артмай, ғаиләгә бер сәғәткә яҡын ваҡыт китәсәк. Зачетты үтеү һаны сикләнмәгән.

Бөтә ҡатнашыусылар ҙа белемендәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ярҙам итеүсе өҫтәмә материалдар өйрәнеү йәһәтенән тәҡдимдәр аласаҡ. Ә мәсьәләләрҙе уңышлы сискән кешеләр исемле сертификат аласаҡ.

Финзачет 2018 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла. Ойоштороусылары - Рәсәй банкыһы һәм Стратегик башланғыстар агентлығы.

Рәсәй банкыһы бүлексәһе - Башҡортостан буйынса Милли банк мәғлүмәте буйынса, республика ғәҙәттәгесә юғары әүҙемлек күрһәтә. Мәҫәлән, былтыр унда республиканан 23 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Сарала ҡатнашыусылар һаны буйынса төбәк илдә бишенсе урын биләгән.

Тулыраҡ мәғлүмәт һәм теркәлеү түбәндәге сайтта: https://inlnk.ru/O15aQp

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: