Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2022, 06:00

Башҡорт теле көнө менән, дуҫтар!

Бөгөн  – Башҡорт теле көнө.  Байрамдың был көндө билдәләнеүе осраҡлы түгел. Тап 14 декабрҙә  күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Башҡорт теле көнө  2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә башлай. Барығыҙҙы ла бай ҙа, яғымлы ла булған  туған телебеҙ көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Теле барҙың – иле бар, тиҙәр. Ә башҡорт телебеҙ мәңге йәшәһен өсөн, туған телебеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ, балаларыбыҙға өйрәтәйек. Шул ваҡытта Башҡортостаныбыҙ ҙа сәскә атасаҡ.

Башҡорт теле көнө менән, дуҫтар!
Башҡорт теле көнө менән, дуҫтар!

Башҡорт теле көнөндә Башҡортостанда һәм күрше төбәктәрҙә   онлайн һәм офлайн форматтарҙа башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән интернет-флешмоб, викториналар, лекциялар, асыҡ дәрестәр, кисәләр үткәрелә, конкурс еңеүселәре бүләкләнә.  Сарала республиканың барлыҡ мәҙәниәт һәм белем биреү учреждениелары ҡатнаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт теле көнөн булдырыу тураһындағы указ 2019 йылдың 29 ноябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан ҡабул ителде.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: