Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2022, 17:00

«Аҡмулла – башҡорт мәғрифәтсеһе»

Бөгөн республикабыҙ белем усаҡтарында  дәрестәр Башҡорт теле көнөнә, бөйөк шағирыбыҙ, мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналды. Белорет районы Шығай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсөм Йылҡыбаева ла ауыл китапханаһында V, VIII кластар өсөн  «Аҡмулла – башҡорт мәғрифәтсеһе» тигән темаға дәрес ойоштороуы  хаҡында хәбәр итә.  

«Аҡмулла – башҡорт мәғрифәтсеһе»
«Аҡмулла – башҡорт мәғрифәтсеһе»

– Дәрес бик йәнле үтте. Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлын, ижадын өйрәндек, шиғырҙарын тасуири уҡыныҡ, балалар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙе, мәғрифәтсе тигән һүҙҙең асылына төшөндөләр. Уларҙы  шағирҙың тормошо бигерәк тә ҡыҙыҡһындырҙы.

Уҡыусыларым башҡорт телен бик яратып өйрәнә, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашып торалар. Дәрестәрҙән һуң «Урал батыр вариҫтары» конкурсына юлландыҡ. Был бәйгелә лә улар һынатмаҫ, тип ышанам, – ти Гөлсөм Урал ҡыҙы.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: