Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Декабрь 2022, 09:22

Ҡайһы белем усағы «Йыл мәктәбе» булып танылды?

Беҙҙең «Йәшлек» гәзите  ойошторған «Йыл мәктәбе» конкурсында республикабыҙҙың алдынғы лицей-гимназиялары ярышты. Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, алдағы көндәрҙә лә бергә булырға, бергә эшләргә яҙһын!

Ҡайһы белем усағы «Йыл мәктәбе» булып танылды?
Ҡайһы белем усағы «Йыл мәктәбе» булып танылды?

«Бәйләнештә» селтәрендә барған конкурста 29 белем усағы интернет селтәрендә әүҙемлектәрен һынап ҡараны. Шуныһы ҡыуаныслы: төркөмөбөҙҙә дуҫтарыбыҙ һаны ла артты, 100 меңенсе булып яҙылыусы бүләкле лә булып ҡыуанды.

Шулай итеп, был конкурста Бәләбәй ҡалаһынан башҡорт гимназия-интернаты (Директоры – Дилбәр Ғайса ҡыҙы Фәтхетдинова) еңеүсе тип танылды. Улар өсөн 1860 кеше тауыш биргән. Икенсе урында – Сибай ҡалаһындағы гимназия-интернаты (Директоры – Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова). Улар 1466 тауыш йыйған.  Өсөнсө урында – Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылындағы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты (Директоры – Эльвира Ғабдулбарый ҡыҙы Садыҡова). Был белем усағы өсөн 1264 кеше тауышын биргән. Афариндар, ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Бәләбәй ҡалаһынан еңеүсе башҡорт гимназия-интернаты хаҡында гәзиттең һуңғы һанында баҫылып сығасаҡ.

«Йыл мәктәбе» конкурсында ҡатнашыусы барлыҡ гимназия-лицейҙарға Шөһрәтнамә ебәреләсәк.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: