Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Декабрь 2022, 17:40

10 уҡытыусы 15 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнәсәк

Башҡорт теле көнө алдынан республикабыҙҙың  Мәғариф һәм фән министрлығы «Башҡорт теле уҡытыусыһына рәхмәт!»/ «Рәхмәтем - башҡорт теле уҡытыусыһына!» акцияһының 10 еңеүсеһен билдәләү буйынса онлайн-тауыш биреү башлай.

10 уҡытыусы 15 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнәсәк
10 уҡытыусы 15 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнәсәк

Тәҡдим ителгән дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары уҡытыусылары мәғариф системаһында ҙур эш тәжрибәһенә эйә, төрлө педагогик оҫталыҡ конкурстарында еңеүселәр һәм лауреаттар булып тора, уҡыусылар һәм ата-әсәләр араһында танылыу яулай, социаль селтәрҙә әүҙем аккаунттар алып бара. Тауыш биреү 13 декабргә көндөҙгө сәғәт 12-гә тиклем дауам итә.

Онлайн-акцияла еңеүсе 10 уҡытыусы 14 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 15 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнәсәк.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: