Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Декабрь 2022, 15:20

«Йәшлек» гәзитенең «Йыл мәктәбе»н бергәләп һайлайыҡ!

Йыл аҙағы яҡынлаша. «Йәшлек» гәзитенең «Йыл мәктәбе»н дә бергәләп һайлайыҡ әле, дуҫтар. Был юлы республикабыҙҙың алдынғы гимназия-лицейҙары ярышасаҡ. Беҙ һайлап алған белем усаҡтарында уҡыу һәм балаларҙың һәләтен үҫтереү өсөн  барлыҡ уңайлы шарттар, мөмкинлектәр булдырылған, туған телебеҙгә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү уятыу йәһәтенән дә күп эштәр башҡарыла.

«Йәшлек» гәзитенең «Йыл мәктәбе»н бергәләп һайлайыҡ!
«Йәшлек» гәзитенең «Йыл мәктәбе»н бергәләп һайлайыҡ!

Әйҙәгеҙ, бөгөндән 12 декабргә тиклем дәррәү генә махсус ҡушымта аша инеп тауыш бирәйек. Еңеү яулаған белем усағы хаҡында мәҡәлә гәзиттең һуңғы һанында баҫылып сығасаҡ.

https://vk.com/app7198399_-35065816#poll638f1e3445662.

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: