Конкурста ҡатнашыусылар араһында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022» конкурсы еңеүсеһе, «Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы — 2022» Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсында «Тамашасылар һөйөүе» призын яулаусы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтов та бар ине. Әлеге ваҡытта ул мобилизация буйынса ил һағына баҫҡан. Беренсе, икенсе урынды яулаусы уҡытыусылар – Әбйәлил районының Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияһынан Альбина Муллахмәтова һәм Ейәнсура районының Ибрай мәктәбенән Земфира Аҡбутиналар үҙҙәренең тауыштарын Мирас Рәшит улына бирергә ҡарар итте.
– Шундай шәп уҡытыусы беҙҙең республикабыҙға ла кәрәк. Уны махсус хәрби операциянан ҡайтара алһаҡ, бик шәп булыр ине. Гәзит ойошторолған был акцияны ла уға бағышлайбыҙ, – ти уҡытыусылар.
Шулай итеп, «Йәшлек» гәзитенең «Йыл уҡытыусыһы» исеменә Мирас Ишдәүләтов лайыҡ булды. Конкурста ҡатнашҡан барлыҡ уҡытыусылар ҙа гәзиттең Шөһрәтнамәһе менән бүләкләнәсәк. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!