Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Ноябрь 2022, 11:10

«Йәшлек» гәзитенең «Йыл тәрбиәсеһе» кем булды?

Тәрбиәселәр үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, «Йәшлек» гәзитенең «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» махсус сығарылышын әҙерләүҙә лә үҙ өлөшөн индереүе маҡтауға лайыҡ. Улар араһында ла «Йыл тәрбиәсеһе»н билдәләнек. Ярыш бик ҡыҙыу барҙы.  

«Йәшлек» гәзитенең «Йыл тәрбиәсеһе» кем булды?
«Йәшлек» гәзитенең «Йыл тәрбиәсеһе» кем булды?

Шулай итеп, Өфө ҡалаһының 308-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәшиҙә Ғибәҙуллина еңеүсе тип табылды. Уға 1076 кеше тауыш бирҙе. Еңеүсенең Яңы йыл  байрамы менән ҡотлауы гәзиттең һуңғы һанында баҫылып сығасаҡ. Икенсе урында – Ейәнсура районының Иҫәнғолдағы «Ләйсән» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлназ Назарова. Ул 956 тауыш йыйҙы. Баймаҡ ҡалаһының «Йондоҙло» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Резеда Мөхәмәтшина 808 тауыш йыйып, өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла гәзиттең Шөһрәтнамәһе тапшырыласаҡ. Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

 

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: