Концертта студенттар, аспиранттар, уҡытыусылар һәм вуз хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты, «Өфө университеты – тартылыу нөктәһе» исеме аҫтында үтте.
– Беҙ бөгөн күмәк, киләсәктә тағы ла күберәк буласаҡбыҙ: 2030 йылға 50 меңдән ашып китәсәкбеҙ. Ун етенсе көн Өфө фән һәм технологиялар университеты булараҡ эшләйбеҙ. Ошо ваҡыт эсендә йәштәрҙең берҙәм концерт әҙерләүе барыһы ла һәйбәт буласағы хаҡында һөйләй. Алдағы көндәрҙә беҙҙе ҙур сағыу саралар көтә, - тине ректор вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров.
– Һәр ауыр юл тәүге аҙымдан башлана. Уларҙың дөрөҫ йүнәлештә булыуына шатмын. Беҙ тәү сиратта уҡыу, ижад, көнкүреш өсөн шарттар булдырырға тейешбеҙ, был – бергәләп хәл итә торған ҙур бурыс, - тине республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, студенттарҙы ҡотлап.
Концертта төрлө төркөмдәр, ансамблдәр сығыш яһаны, сараны бейеүҙәр, йырҙар ҙа биҙәне.
Фото: Т. АМАНОВ.