Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Ноябрь 2022, 12:10

Ун беренселәр 7 декабрҙә һынау тотасаҡ

Быйыл XI  класс уҡыусылары өсөн йомғаҡлау иншаһы (изложение) 7 декабрҙә үтәсәк.

Ун беренселәр 7 декабрҙә һынау  тотасаҡ
Ун беренселәр 7 декабрҙә һынау тотасаҡ

Унда теркәлеүгә бер аҙна ғына ваҡыт ҡалды, ғаризаны 23 ноябргә тиклем бирергә кәрәк. Ун беренселәр үҙ мәктәбендә теркәлә, ә элекке йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, колледж студенттары һәм башҡа ҡатнашыусылар – Мәғариф һәм фән министрлығы бойороғо менән нығытылған урындарҙа.

«Зачет» һөҙөмтәһен алыу дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үтеү өсөн төп шарттарҙың береһе булып тора. Насар һөҙөмтәгә яҙған йәки башҡа кисектерерлек сәбәп арҡаһында ҡатнаша алмағандар өсөн һынау 1 февраль  һәм 3 майға тәғәйенләнгән.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: