Премьер-министр билдәләүенсә, әүҙем оҙон ғүмерлелек – сәләмәтлекте күтәреү һәм төрлө сирҙәрҙән иҫкәртеү сараларының береһе. Республикабыҙҙа муниципаль, төбәк кимәлендә лә төрлө программалар тормошҡа ашырыла.
– «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проекты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән старт алғайны. Ул ял итеү генә түгел, беҙҙең республиканың өлкән быуын вәкилдәренең сәләмәтлеген хәстәрләү сараһы ла. Проекттың ике йыл эшләү дәүерендә 400 меңгә яҡын йәлеп ителгән. Унан тыш, өлкәндәр өсөн 10 йылдан ашыу «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» эшләп килә. Ошо ваҡыт эсендә 100 меңдән ашыу кеше төрлө йүнәлеш буйынса уҡып алды. Өлкән быуын вәкилдәрен уҡытыуға республика ҡаҙнаһынан 62 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, – ти Андрей Назаров.
Фото: Т. АМАНОВ.