Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Июль 2021, 16:25

«Йәйләү» беҙҙе дуҫлаштырҙы, ти балалар

– Ана, ана, балаларыбыҙ ҡайтып килә! – тип ҡыуаныштан ата-әсәләр ҡулын болғай.

Автобустан төшкәс тә, егерме бер  көн буйына яҡындан аралашып, дуҫлашып бөткән тиҫтерҙәренән балаларҙың бер ҙә генә айырылғылары килмәй, ҡосаҡлашалар, һаман да һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, иҫтәлеккә фотоға төшәләр. Ҡаршы алырға килгән ата-әсәләрҙең дә ҡыуаныштан йөҙҙәре балҡый ине.

Әлшәй районындағы Антон Чехов исемендәге балалар шифаханаһы нигеҙендә Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған «Йәйләү» йүнәлешле лагеры  эшләгәйне. Унда республикабыҙ райондарынан, Татарстан Республикаһынан, Пермь крайы, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән уҡыуҙа уңыштарға өлгәшкән, туған телен һәйбәт белгән, һәләтле 80 бала ял итте.

Телһөйәр, илһөйәр балалар өсөн көн дә төрлө мауыҡтырғыс саралар ойошторолдо. Улар ял итеп кенә ҡалманы, Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте буйынса белемдәрен арттырҙы, халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышты, ырыу тормошонда йәшәргә өйрәнде. Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған спорт миҙгелен асыу, «Алтын тирмә» отрядтар араһында ярыш, «Бейемәгән башҡорт юҡ» флешмобтар конкурсы, «Юғалған мәҡәлдәр» кисәһе, «Йәйләү йыры» отрядтар араһында ярыш, «Йәйләү-батл» бәйгеһе – барыһы онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы.

Лагерҙан ҡайтып килеүсе балалар тәьҫораттары менән бүлеште.

– «Йәйләү»гә мин урыҫ һәм башҡорт телендәге олимпиадаларҙа ҡатнашҡаным өсөн эләктем. Миңә лагерҙа бик ныҡ оҡшаны. Яңы дуҫтар таптым, ҡайһы берәүҙәре менән айырылғы ла килмәне. «Йәйләү» ваҡытында мин үҙемде нисек тоторға өйрәндем, күмәкләп төрлө сығыштар әҙерләнек. Башҡорт телен үҫтереү буйынса төрлө «Түңәрәк өҫтәл»дәр үткәрелде, – ти Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбенән ял итеүсе  Фирзәлиә Ҡарамышева.

– Мин Балаҡатай районынанмын. Дыуан республика интернат-лицейында  уҡыйым. Миңә «Йәйләү» лагеры бик ныҡ оҡшаны. Күп саралар ойошторолдо. Бер ҙә буш ваҡытыбыҙ булманы. «Бейеү» түңәрәге, волейбол айырыуса күңелемә ятты. «Йәйләү» дуҫтар менән аралашырға өйрәтте, – ти Йәмилә Ниғмәтйәнова.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: