Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2024, 19:30

Матбуғат йорто хеҙмәткәрҙәре йәнә МХО биләмәһенә юлланды

Бөгөн, 5 декабрҙә, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң бер төркөм хеҙмәткәрҙәре – Республика мәғлүмәт үҙәге директоры  Айнур Дәүләтбәков, автохужалыҡ начальнигы Владимир Тупиков һәм “Башҡортостан” республика нәшриәтенең водителе Сергей Бердников МХО биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәүсе яугирҙарыбыҙ янына гуманитар ылау менән юл тотто.

Матбуғат йорто хеҙмәткәрҙәре йәнә МХО биләмәһенә юлланды
Матбуғат йорто хеҙмәткәрҙәре йәнә МХО биләмәһенә юлланды

Әйткәндәй, матбуғат хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан егеттәренән тупланған хәрби формированиелар урынлашҡан ерҙәргә юлды һыуытмай. Журналистар, гәзит-журналдарҙың тоғро дуҫтары берҙәмлеге менән хәрби егеттәребеҙгә кәрәкле йөк даими рәүештә тупланып тора. Был юлы иһә, маскировкалау сеткалары, бензин бысҡыһы, консерва тушенкалары һәм башҡа төрлө күстәнәстәрҙән тыш, блиндаждарға йылы бөркөп йәнләндереп торасаҡ 12 тимер мейес – “буржуйка” тейәлде машинаға.

- Уйланаһың инде, уйланмай ҡалай итмәк кәрәк!? Беҙ бында көндә эшкә йөрөйбеҙ, атышыу, дошманды сигендереү, ҡырыу, нисек тә булһа яланда ятып ҡалмаҫҡа ише уйҙарҙан азатбыҙ,  ғаиләләребеҙ яныбыҙҙа... Ә унда... Унда илебеҙҙең имен киләсәге тураһында уйҙар, хәрби заданиелар. Мейестәрҙе күптән эшләйбеҙ, йәй аҙағынандыр. Ниһайәт, алып барырлыҡ күләм йыйылды, өҫтәүенә ҡышҡа аяҡ баҫтыҡ. Шөкөр, бергә эшләгән егеттәребеҙ шәп. Исемләп әйтеп тормайым, сөнки һәр береһе ихлас ярҙамға килергә әҙер генә торҙо. Аллабирһә, йөктө матур итеп алып барып еткереп, ҡулдан-ҡулға тапшырһаҡ – шунан да ҙур эш юҡ кеүек әлегә. – тине Айнур Хәсән улы Дәүләтбәков, машинаға ултырыр алдынан.

Был изге лә, яуаплы ла эшкә “Йәшлек”тәр ҙә ихлас ҡушылды. Журналистарҙың ҡулынан ни килә, ебәрергә теләгән күстәнәсен һалды. Сөнки беләбеҙ, йыраҡта тыуған яҡтан килеп еткән тәм-том икеләтә тәмле була торған.

Алыҫ юлға сыҡҡан хеҙмәттәштәребеҙгә хәйерле юл теләп ҡалабыҙ!

Матбуғат йорто хеҙмәткәрҙәре йәнә МХО биләмәһенә юлланды
Матбуғат йорто хеҙмәткәрҙәре йәнә МХО биләмәһенә юлланды
Матбуғат йорто хеҙмәткәрҙәре йәнә МХО биләмәһенә юлланды
Автор: Шамил Яубаҫаров  
Читайте нас