Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март , 14:11

Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!

Был замандың яңы тарихы яҙыла. Эйе, ул ут менән дә, туп менән дә теркәй яҙмаларын, әммә Ватаныбыҙ, дәүләтселегебеҙ яҙмышы аяуһыҙ ҡурҡыныс алдында торғанда, ата-бабаларыбыҙҙың васыятына, ил һаҡлау бурысына тоғро ҡалып, ир-егеттәребеҙ ҡулына ҡорал алды. Бынан, Башҡортостандан, күп нәмәләр башҡаса күренеүе, тойолоуы ихтимал. Йылы өйҙәребеҙҙән тороп фекер йөрөтмәү яғындамын был осорҙоң ғына түгел, бәлки Кешелек үҙ юлында һис ҡасан да күргәне булмаған ҡот осҡос һуғыш хаҡында. Нимәһе менәндер был алыш “Урал батыр” эпосындағы Урал батырҙың тотош донъялағы ҡара көстәр менән көрәшен хәтерләтә. Сөнки илебеҙ, ысын мәғәнәһендә, донъяның ҡаралығы менән, Кешелекте емереүселәр, кеше затын юҡ итеүселәр менән алыша.

Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!
Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!

 Ил дошманы – ул мәңгелек дошман

“Шайморатов генерал” йыры менән тәрбиәләнгән беҙҙең быуын уның батырлығы тураһындағы тарих, уның һуңғы төйәге булған Луганск ере хаҡында кескәй саҡтан белеп үҫтек. Кем уйлаһын инде бер мәл килеп йәнә лә ошо ерҙәрҙе фашизм уты ялмар, Шайморатов вариҫтары булған ағайҙарыбыҙ, тиҫтерҙәребеҙ, ҡустыларыбыҙ илде һаҡлар өсөн тап шул яҡтарға яуға юлланыр тип.

Был замандың яңы тарихы яҙыла. Эйе, ул ут менән дә, туп менән дә теркәй яҙмаларын, әммә Ватаныбыҙ, дәүләтселегебеҙ яҙмышы аяуһыҙ ҡурҡыныс алдында торғанда, ата-бабаларыбыҙҙың васыятына, ил һаҡлау бурысына тоғро ҡалып, ир-егеттәребеҙ ҡулына ҡорал алды. Бынан, Башҡортостандан, күп нәмәләр башҡаса күренеүе, тойолоуы ихтимал. Йылы өйҙәребеҙҙән тороп фекер йөрөтмәү яғындамын был осорҙоң ғына түгел, бәлки Кешелек үҙ юлында һис ҡасан да күргәне булмаған ҡот осҡос һуғыш хаҡында. Нимәһе менәндер был алыш “Урал батыр” эпосындағы Урал батырҙың тотош донъялағы ҡара көстәр менән көрәшен хәтерләтә. Сөнки илебеҙ, ысын мәғәнәһендә, донъяның ҡаралығы менән, Кешелекте емереүселәр, кеше затын юҡ итеүселәр менән алыша.

Донецк Халыҡ Республикаһында балалар өсөн бер баҫма ла булмауы хаҡында Башҡортостанда ойошторолған “Медиайыйын” ваҡытында ул төбәктән килгән матбуғат секретары Алена Алексеева ауыҙынан ишеткәйнек. Был хаҡта матбуғат баҫмаларында яҙып та сыҡҡаныбыҙ булды. Ана шул рәүешле Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тәҡдиме буйынса “Аҡбуҙат” журналы коллективы башта Донецк Халыҡ Республикаһы балаларына, бер нисә ай үткәс, Луганск Халыҡ Республикаһы ҡыҙҙарына һәм малайҙарына махсус һан әҙерләне. Журналдарҙың әһәмиәте шунда ине: уны сығарышыуҙа балалар үҙҙәре ҡатнашты. Уларҙың мәҡәләләре, һүрәттәре, шиғырҙары баҫылды рус телендә сыҡҡан “Аҡбуҙат”та. Баҫманың артында телефон номеры ла ҡуйылғас, бер мәл балалар беҙгә үҙҙәре яҙа башланы. Ана шулай әле күрешкән дә булмаған ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы беҙ алыҫтан тороп уҡ яраттыҡ! Улар беҙгә Шайморатов менән һоҡланыуҙары тураһында ҡабат яҙҙы, осрашырға теләк белдерҙе, үҙҙәренә саҡырҙы. Бына был яҙышыуҙарға ике йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. 2024 йылдың феврале етмәй тороп, юлға сығып булманы. Һәм, ниһайәт, беҙ илебеҙ яңынан ҡайтарып алған, фашизмдан азат ителгән төбәктәргә юлландыҡ. Махсус ошо осрашыу өсөн һаҡланған журналдарҙы алып, балалар менән осрашыуҙарға килдек!

Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ойошторған сираттағы сәфәребеҙҙе беҙ, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ урынбаҫары Марат Ғәзизов, “Панорама Башкортостана” журналының веб-редакторы Наил Аширов менән бергәләп, Луганск Халыҡ Респуб­ликаһы мәктәптәренән башланыҡ. Әйткәндәй, был ижади союз ойошторған тәүге командировка түгел. Бында башҡа төбәктәрҙән дә журналистар йөрөй. Заман шундай талап ҡуя ла ҡәләм оҫталары алдында. Был дәүерҙең йылъяҙмаһын беҙ яҙабыҙ.

Эйе, һуғыш барған ерҙә әллә ниндәй һоҡланғыс картиналар, беҙ китаптарҙа уҡып, киноларҙа күреп өйрәнгән сәнғәти мәлдәрҙе эҙләү урынһыҙ ҙа хатта. Һуғыш – ул ҡанлы, аҡлы-ҡаралы картиналар, кешеләр яҙмышы. Шуға күрә беҙҙең бында барып ҡайтҡанды белгәндән һуң бер нисә ҡатын “доброволец” булып китергә теләүен белдергәс, балалары барлығын ҡабат иҫтәренә төшөрҙөм. Бында ла эш етерлек. Һуғыш романтик урын түгел. Бер ҡатын хатта ике йәш­лек балаһын ҡалдырып китергә хыяллана. Иҫәрлек кеүек тойолоп китте. Ярай ҙа ил өсөн алышыу теләгең тәүге яуҙан һуң уҡ һүнмәһә! Яу яланында гүзәл заттар ҙа юҡ түгел, әммә балалары бә­ләкәй генә булған әсәләргә илдең эсендә лә эш муйындан ашҡан, тимәксемен. Журналистар һәләк булған осраҡтар ҙа юҡ түгел, шуға күрә иҫән-һау йөрөп ҡайтҡанға ла ҡыуанырға кәрәк. Ҡыуанам да. Дошман аяуһыҙ, ҡайҙа нимә ташларын әйтеп тормай.

Ил дошманы – ул мәңгелек дошман. Ул бер нисек тә әле яҡшы булып, әле яман булып китә алмай. Йылан үҙенең асылын юғалтмай бит, бына шуның һымаҡ. Ул шымып ҡалған икән, киреһенсә, әҙерлек мәле, тип хафаланыу дөрөҫөрәк булыр, моғайын. Әлеге лә баяғы “Урал батыр” эпосы иҫкә төшә. Уралға ҡаршы ағаһы Шүлгән дә алыша. Шуға күрә ил эсендә лә “Шүлгәндәр” юҡ түгел, беҙгә илебеҙҙең яңы офоҡтарын киңәйткәндә, бында ла балалар, йәштәр менән эште әүҙемләштерергә кәрәк! Хәҙер был фекеремә ҡабат-ҡабат инанам. Иң беренсе улар менән илһөйәрлек, гражданлыҡ тәрбиәһе дөрөҫ алып барыу шул тиклем мөһим.

Уны белмәгән кеше бармы ни?!

Луганск Халыҡ Республикаһының Петровское ҡалаһы, башҡа ҡалалар кеүек үк, емерелгән йорттар, ҡала эсендәге шыҡһыҙ бина­ларҙан, йөрөгөһөҙ юлдарҙан тора. Ләкин унда халыҡ йәшәй, социаль учреждениелар көндәлек йәшәү рәүешенә ҡайта башлаған. Беҙҙәге ҡыштар ҡалын ҡарлы, күп ҡарлы булғас, был яҡтарҙағы ҡыштың, хатта көҙҙөң төҫһөҙ булыуы күҙгә ташлана. Анау ваҡыт егеттәрҙең көҙгө мәлдәрҙәге фотоларын социаль селтәрҙәрҙә күреп ҡалғай­ным: аҡлы-ҡаралы кино һымаҡ тойолдо. Ҡыш бигерәк шыҡһыҙ инде. Емереклектәр ошо дөйөм фонда бигерәк тә ҡотһоҙ күренә. Әйтерһең, был төбәк берәй 20-30 йылға артта ҡалған. Эстән генә түгел, хатта бер-беребеҙгә ҡысҡырып ҡараштарыбыҙҙы белдерәбеҙ: “Бында кеше йәшәйме һуң ул?” Йәшәй тигәнде раҫлап, ташландыҡ һымаҡ тойолған йорттан бер инәй килеп сыҡты. Торараҡ икенсеһенән дә ирле-ҡатынлылар күренде. Йәшәйҙәр!.. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, бында кешеләр ошо шарттарҙа йәшәй. Был хаҡтағы фекерҙәргә тағы ҡайтырмын әле.

Бөгөн һүҙем Петровское ҡалаһында урынлашҡан данлыҡлы башҡорт генералы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп тураһында. Алда әйткәнемсә, улар менән “Аҡбуҙат” журналының дуҫлығы 2022 йылдан булдырылғайны. Әйткәндәй, ҡайһы бер ҡыҙҙар һәм малайҙар менән Башҡортостанда ла күрешкәнебеҙ булды. Шуға күрә улар менән тыуған яҡтарында осрашыу күпкә тулҡынландырғыс! Мәктәп директоры Гөлназ Серова ла ике төбәк араһындағы бәйләнеште нығытыу өсөн фиҙакәрлек күрһәтә.

Ожмах утрауы

Беләһегеҙме, шыҡһыҙ Петровскоела был мәктәп – үҙе бер ожмах утрауы. Белем усағы әллә ҡайҙан балҡып, күренеп тора. Бына кәйефһеҙ сағың булһа, ошо мәктәп эргәһенән генә үтеп кит, шунда уҡ тормошоңа йәм өҫтә­лер. Ысынлап та, Рәсәй Геройы М. Шайморатов исемендәге 22-се Петровское ҡалаһы мәктәбе – ҡаланың күрке, балаларҙың теләп йөрөгән белем усағы.

Дөрөҫөн әйткәндә, мәктәптең 2022 йылға тиклемге фотоларын күреп, уның ни тиклем емерек хәлдә булыуына таң ҡалыр­лыҡ. Асылған мәленән унда бер ниндәй йүнәтеү эштәре эшләнмәгән. Улай ғына ла түгел, 2014 йылда был белем усағы ла артиллерия снарядтары ҡамауы аҫтында ҡала. Һөҙөмтәлә бина емерелә, ҡыйыҡтан һыу үтә башлай. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәпте ана шул емерек хәлдәренән белә. Тап уның инициативаһы менән белем усағында эштәр башлана. Ҡыйыҡ, бина йүнәтелә, тәҙрәләр, сантехника алмаштырыла, эске ремонт, инженер селтәрҙәре хеҙмәте еренә еткерелә. Мәктәп директоры Гөлназ Камил ҡыҙы әйтеүенсә, ике ай ҙа үтмәй, емерек мәктәп 2022 йылдың 1 сентябренә үҙ ишектәрен аса. Ошо ваҡыт арауығында эш етеҙерәк барһын өсөн Башҡортостандан төбәккә 18 фурала төҙөлөш материалдары килә. Ремонт эштәрендә, әйткәндәй, ата-әсәләр ҙә, урындағы халыҡ та, хатта мәктәп уҡыусылары үҙҙәре лә ярҙамлаша. Күмәк көс менән был ожмах утрауындай мәктәп тергеҙелә.

Мәктәптең музейы бар, унан тыш, М. Шайморатовтың бюсы ла ҡуйылған, илһөйәрлек темаһын сағылдырған картиналарҙан торған күргәҙмә лә эленгән. Бындай мәктәп был районда ғына түгел, тотош Луганск Халыҡ Республикаһында берәүҙер, тип уйлайым. Урындағы халыҡ та, ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар коллективы ла Башҡортостанға ошо ярҙамы өсөн сикһеҙ рәхмәтле. Бигерәк тә республика Башлығы Радий Хәбировтың даими хәстәрлеге, башҡорт батырҙары хаҡындағы яҡты хәтирәгә тоғро төбәккә айырым иғтибар күрһәтеүе күҙгә ташланып тора. Шулай булырға тейеш тә. Ил – ул ҙур организм. Уның ҡайһылыр урыны дауалауға, ярҙамға мохтаж икән, хәстәрлек күрергә кәрәк. Шунһыҙ тотош дәүләтте аяҡҡа баҫтырыу һис мөмкин түгел. Был ниндәйҙер пафослы һүҙҙәр түгел. Махсус хәрби операция зонаһында күп нәмәләргә ҡараш үҙгәрә, әллә ниндәй ҙур тойолған проблемалар ҙа ваҡлана төшә.

Ҡәҙерле бүләк

Мәктәптең тарихы менән дә таныштырҙы Гөлназ Серова. Белем усағы  1936 йылда тәүге тапҡыр балаларҙы йыйған. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ул фашистар ҡулында ҡала. Әлеге мәлдә 40 педагог ҡулы аҫтында 21 класта 398 бала белем ала. Ике кадет класы бар – 7 “А”, 8 “А” һәм МЧС-тың үҙ кадет класы булдырылған – 5 “А”, психологик-педагогик класс – 10 “А”. Бөгөн мәктәп М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия һәм Луганск педагогия университеттары  менән хеҙмәттәшлек итә. Шулай уҡ М. Шайморатов исемендәге Өфөнөң 104-се һәм Р. Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернаты менән дә үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән. Әйткәндәй, мәктәптәр онлайн форматында байтаҡ ҡына саралар ҙа уҙғарған. Мәктәптең үҙенең сайты ла бар: петровская22.школа-лнр.рф.

Мәктәп эргәһендә уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында “Подвиг” клубы асыла. Ә эҙәрмәндәр төркөмө 1945 йылда уҡ барлыҡҡа килгән. Тап улар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының яугирҙәре тураһында материал туплай башлай. Был төбәктә башҡорт атлыларын белмәгән кеше юҡ. Урамда һораһаң да яуап бирәләр, мәктәпте әйтеп тә торорға түгел. Иң ҡыҙыҡ яуапты бер инәй бирҙе. Магазинда уға ошо һорау менән мөрәжәғәт иткәйнем, ул: “Да кто же его не знает? Разве можно его не знать?” – тине лә ғорур ғына атлап китеп тә барҙы. Башҡорт кавалерия дивизияһы хаҡында мәғлүмәт йыйыу эше бөгөн дә дауам итә генә түгел, хатта әүҙемләшкән. Башҡортостан музейҙары, дәүләт эшмәкәр­ҙәре, төбәктән килгән шәхестәр мәктәп музейын экспонаттар менән байытып тора. Унан тыш, әлбиттә, урындағы халыҡтың хәтирәләре лә, балалары аша килеп еткән мәғлүмәт тә ошонда туплана. Беҙ ҙә музей ҡомартҡыһы булһын тип башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының таҡыяһы менән француз яулыҡ бүләк итеп ҡалдырҙыҡ. Хәрби музейҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙының күлдәге бар, бына баш кейеме лә булыр. Етмәһә, ул яулыҡ та ябай түгел, ә француздарҙы еңгән башҡорт ғәскәре ир-егеттәренең бүләге!

Рәхмәтле булып үҫәләр

Балалар менән осрашыу бик йәнле барҙы. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ урынбаҫары Марат Ғәзизов Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы герой балалар тураһында һөйләне, илеңә хеҙмәт итеү тураһындағы тәрән мәғәнәле фекерҙәрҙе аңлатты. Марат Әсхәт улының: “Кемдәрегеҙ Башҡортостанды белә? Булғанығыҙ бармы?” – тигән һорауына ярты залдан күберәк уҡыусылар ҡул күтәрҙе. Бына бит ниндәй тығыҙ бәйләнеш булдырылған. “Панорама Башкортостана” журналының веб-редакторы Наил Аширов батыр генерал исемен йөрөткән мәктәп уҡыусыларына илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫеүҙәрен теләне. Ул үҙе лә ошо яҡтарҙа хәрби хеҙмәт юлын үткән, шуға күрә был яҡтың ихлас кешеләре, төбәктең үҙенсәлеге тураһында хәбәрҙар булараҡ, уҡыусыларға илебеҙҙең ҡаһарман тарихы хаҡында һөйләне.

“Аҡбуҙат” журналы балалар менән йыш осраша, шуға күрә күптән көтөп алынған сараға беҙ шулай уҡ әҙерләнеп килдек. Әлбиттә, викторина форматында илебеҙ, уның ҡалалары, Шайморатов шәхесенә бәйле һорауҙарға балалар шундай асыҡ, хатта тотош зал менән ҡул күтәреп яуап бирҙе. Рәсәйҙең кескәй граждандарын көслө иткән икенсе таяу – ул белемле булып үҫеү. Бөгөн уҡыусыларға талап бары тик бер генә – ошондай заманса мәктәптә яҡшы итеп белем алыу. Өсөнсө таяу – ул ата-бабаларыбыҙҙы белеү. Балаларҙы таҡта алдына сығарып, күмәкләшеп шәжәрә төҙөп ҡараныҡ. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙа­рын яҡшы беләләр. Француз яулыҡ һәм таҡыяны күрһәтеп, фотоға төшөргә теләүселәр бармы, тип һорағайным, ҡыҙҙар хатта сиратҡа баҫты. Матурҙар бит әле үҙҙәре! Рәхәтләндек кенә буласаҡ музей экспонаты менән фотосессия эшләп.

Йәнә лә шуныһы күңелгә уйылып ҡалды: балалар бер ниндәй әҙерлекһеҙ күмәкләшеп “Шайморатов” йырын башҡарҙы. Быға тиклем килгән яҡташтарҙан да ишеткән бар ине уҡыусыларҙың Шайморатов тураһында бик яҡшы белеүе, уға арналған йырҙы шартлатып башҡарып тороуы хаҡында. Бына, ниһайәт, үҙебеҙ ҙә шаһит булдыҡ. Улар хатта Шайморатов тураһында тағы ла бер йыр өйрәнгән. Әйткәндәй, мин беренсе тапҡыр ишетәм. Күрәһең, батырҙың шәхесенә бәйле һәр яңы мәғлү­мәтте Луганск Республикаһы халҡынан һорарға кәрәктер, тигән уй килде хатта башҡа. Ошонда йәшәгән өлкәндәр генә түгел, кескәйҙәр ҙә башҡорт батырҙарына рәхмәтле булып үҫә! Ошо тойғонан да мәрхәмәтлерәк хис бармы икән донъяла!?

ЯРАЛЫ ҠАЛА

Теге саҡта тормош ҡайнап торған,

Йырлап торған күмер шахтаһы.

Күмер саңы баҫҡанда ла йөҙҙө,

Күҙҙә янған бәхет сатҡыһы.

 

...Шартланымы ниҙер шахталарҙа,

Ҡара һөрөм баҫҡан ҡаланы.

Ялҡынлы туп оса вәхшиҙәрсә

Күҙҙәренә бағып баланың!

 

Туп тәгәрәй урам, кварталдарҙан,

Ҡасабанан күсә ҡалаға.

Яһилдарҙың уйынсығы тупты

Кем ҡалдырған ерҙә маяға?

 

Тынып ҡалған ҡала, туҡтап ҡалған,

Ауған төҫлө яугир алышта.

Шахталарҙың тәрән күҙҙәренә

Ҡанмы, әллә йәшме тулышҡан.

 

Тынып ҡалған ҡала. Яраланған.

Тик ул тере ҡатын йөҙөндә!

Тик ул тере ҡарттар телмәрендә!

Тик ул тере бала күҙендә!

 

Ҡала тере ирҙәр иңендә лә,

Улар ауған ошо ер өсөн!

Бөгөн беҙгә тотош мәктәп менән

Балалары йырлар йыр өсөн!

 

Лариса АБДУЛЛИНА.

Луганск Халыҡ Республикаһы,

Петровское ҡалаһы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: