Новости
8 Февраля 2023, 12:15

Хәүефһеҙлек талаптары үтәлмәгән

Төҙөлөштә хеҙмәт килешеүен төҙөмәйенсә эшләмәгеҙ. Ғүмерегеҙгә бәйле төрлө хәлгә тарыуығыҙ ихтимал.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәүефһеҙлек талаптары үтәлмәгәнХәүефһеҙлек талаптары үтәлмәгән
Хәүефһеҙлек талаптары үтәлмәгән

 

БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Ростехнадзор менән берлектә республиканың төҙөлөш ойошмаларының береһендә булған үлемесле бәхетһеҙ осраҡты тикшерә. Унда бер эшсенең ғүмере өҙөлгән.

 Фажиғә 7 февралдә Өфөнөң Софья Перовская урамында төҙөлөп ятҡан «Некрасовский» торлаҡ комплексы биләмәһендә теркәлгән. Төҙөлөш эштәрен башҡарғанда бер ирҙең өҫтөнә ҡалын таҡта төшкән. Башы йәрәхәтләнгән егет урында йән биргән.Ул был ойошмала ни бары ике генә көн эшләгән булған.

Фото: kostroma.mk.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина