Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2023, 11:19

Юғары уҡыу йорттарында инженерҙар өсөн рус теле буйынса БДИ булмауы ихтимал

– 2024 йылдан инженер белгеслеге буйынса юғары уҡыу йорттарына  уҡырға инеүселәр өсөн рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһе мотлаҡ булыуҙан туҡтай, – тип хәбәр итә «ТАСС», Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальковтың һүҙҙәрен килтереп.

Юғары уҡыу йорттарында инженерҙар өсөн рус теле буйынса БДИ булмауы ихтимал
Юғары уҡыу йорттарында инженерҙар өсөн рус теле буйынса БДИ булмауы ихтимал

Һынауҙар математиканан, физиканан һәм информатиканан ғына мотлаҡ  буласаҡ.

«2024 йылдан алып индерергә теләгән системалы сара  юғары уҡыу йорттары өсөн яңылыҡ булып тора,  беҙ инженер һөнәрҙәренә һәм йүнәлештәргә математика, физика һәм информатика буйынса ғына ҡабул итергә, ә рус телен өҫтәмә тел булараҡ иҫәпкә алырға теләйбеҙ», – тине министр Рәсәй авиасәнәғәте өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса Рыбинскиҙағы кәңәшмәлә.

Алдан Мәғариф министрлығы башлығы Сергей Кравцов та ошо темаға үҙ фекерен белдергәйне. Ул инженер белгеслектәре өсөн рус теленән имтихан өсөн минималь балды –  36 йәки 24 балл итеп раҫларға тәҡдим итте.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: