Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2023, 16:20

Нефтекаманан Зимфира Йосопова амбассадор итеп һайланды

Нефтекама ҡалаһынан Зимфира Йосопова - инвалид балаларға дистанцион белем биреү республика үҙәгенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, 2022 йылда класс етәкселәре форумында ҡатнаша.

Нефтекаманан Зимфира Йосопова амбассадор итеп һайланды
Нефтекаманан Зимфира Йосопова амбассадор итеп һайланды

Уҡытыусы һәм остаз йылында илдә класс етәкселәре форумының 23 амбассадоры барлыҡҡа килде, уларҙы йылына бер тапҡыр һайлайҙар. Улар - класс етәкселәре, колледж һәм лицейҙар төркөмдәренең кураторҙары. Уларҙың төп бурысы – социаль селтәрҙәге һәм киң мәғлүмәт сараларындағы хеҙмәттәштәренә форумдың маҡсаттары һәм бурыстары хаҡында һөйләү, улар өсөн саралар уҙғарыу. Унда уҡытыусылар проблемаларҙы тикшерә, тәжрибә уртаҡлаша һәм тура эфирҙар үткәрә. Уға 111 меңдән ашыу кеше яҙылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, форум Мәскәүҙә йыл һайын уҙғарыла. 2022 йылда ул Рәсәйҙең 89 төбәгенән 1300 класс етәксеһен һәм  урта һөнәри белем биреү төркөмө кураторҙарын йыйҙы. Шул иҫәптән Башҡортостандан 20 уҡытыусы ҡатнашты.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: