Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2023, 17:39

Башҡортостанда бик шәп проект тормошҡа ашырыласаҡ

Республика милли киберфизик платформаны индереү буйынса пилотлы төбәк итеп һайланды!

Башҡортостанда бик шәп проект тормошҡа ашырыласаҡ
Башҡортостанда бик шәп проект тормошҡа ашырыласаҡ

– Беҙҙең төбәк федераль үҙәк менән яңы идеяларҙы һынау өсөн майҙансыҡҡа әүерелә бара. Был, әлбиттә, беҙҙе ҡыуандыра. Тимәк, беҙ – ышаныслы партнерҙар! Стратегик инициативалар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева билдәләүенсә, республика, илдең көслө командаларының береһе булараҡ, был идеяны тормошҡа ашырыуҙа беренсе булып ҡатнашырға ризалашты.
Проект ике төп йүнәлеште күҙ уңында тота - уҡыусыларҙы программалауға һәм яңы технологияларға йәлеп иткән мобиль уйын әҙерләү, һәм уйынға интеграция менән белем биреү әүҙемлектәре комплексы. Интерактив уйын формаһында уҡырға ярҙам итәсәк.

Уҡыусыларҙың белем биреү процесына республиканың кадрҙар потенциалын үҫтереү һәм технологик лидерҙар әҙерләү маҡсатында стандартлаштырылған интерактив методикалар һәм инструменттар индереләсәк.
Беҙ балаларҙы һәм йәштәрҙе яңы күнекмәләр алыуға һәм үҫтереүгә дәртләндереү өсөн яңы ҡарарҙар проектын төҙөйбөҙ. Киләсәктә, Светлана Чупшева билдәләүенсә, йәштәр уңышлы инженер, программист, математика, эшҡыуар булып китә аласаҡ.

Платформа ярҙамында беҙ кадрҙар мәсьәләһен хәл итә, технологик суверенитетты һаҡлау һәм көсәйтеү өҫтөндә эшләй аласаҡбыҙ. Ошондай проектты тормошҡа ашырыуҙа пилот төбәк булыу - беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт.

Июндә үк платформаны индереүҙең беренсе этабын һәм уҡыусыларҙы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында, республика стендында яңы технологик белем биреү проектына йәлеп итеүҙе күрһәтергә ниәтләйбеҙ. Беҙҙең тәжрибәне Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында ла таратырға мөмкин булыр, тип ышанам, – тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: