Гала-концертта башҡорт һылыуҡайҙары Яңы йыл теләктәре теләп ярышты, йырланы, бейене, яңы йыл кейемдәрен күрһәтте. 32 йәшлек Розалиә Хәсәнова Гран-приға һәм «Ҡарһылыуҡай» исеменә лайыҡ булды. Сығышы менән Ейәнсура районынан булған ҡыҙ әле декрет ялында, ике һоҡланғыс бала тәрбиәләй.
Вице гран-при Белоретта шәфҡәт туташы булып эшләгән 20 йәшлек Айзилә Закироваға бирелде. Диплом менән уның туғаны, Дәүләкәндән Роза Закирова бүләкләнде. Икенсе урындарҙы Силәбенән Юлиә Абайҙуллина менән Учалынан Таңһылыу Яунбаева бүлеште. Өсөнсө урында – Нәркәс Маннапова, Олеся Никитина һәм Гүзәл Еникеева.
Фото: Т. АМАНОВ.