— Бөгөн архив эше буйынса сектор белгесе һорауы буйынса Нурия Дамир ҡыҙы махсус хәрби операцияла һәләк булған улы Айбулат Ғабдулмановтың документтарын килтерҙе. Шуны билдәләп үткем килә: хәҙер район архивында Украинала махсус хәрби операцияла һәләк булған һәр яугирҙың шәхси фонды буласаҡ. Бында геройҙарыбыҙҙың Рәсәй тарихына инәсәк документтары һаҡланасаҡ. Иң ҡәҙерлеһен - улдарын юғалтҡан ата-әсәләр менән аралашыуы һәр саҡ бик ауыр. Бала юғалтыу — ҙур фажиғә. Быны ҡабул итеү өсөн бик ҙур күңел һәм физик көс, шулай уҡ туғандарының һәм яҡындарының ярҙамы кәрәк. Уларҙың ҡайғыларын еңеләйтеү өсөн һүҙҙәр табыуы ла ауыр. Ата - әсәләр беҙҙең ярҙамға иҫәп тота ала. Яугирҙарыбыҙға — мәңгелек хәтер, — тип яҙа ул социаль селтәрҙәрҙә.
Фото:Т. Аманов.