Мәктәптә уҡыған йылдарҙы хәтергә төшөргәндә кемде үҙегеҙҙең остазығыҙ итеп һанайһығыҙ? Ул һеҙҙең тормошоғоҙҙа ниндәй роль уйнаны? Уҡытыусығыҙ менән бәйле ниндәй йылы хәтирәләр һаҡлана? Ғүмер юлығыҙҙа яҡты эҙ ҡалдырған ошо остазығыҙ хаҡында беҙгә яҙып, уның менән башҡаларҙы ла таныштырығыҙ. Шулай уҡ бөтә ғүмерен уҡытыуға бағышлаған педагогтар тураһында ла йөкмәткеле яҙмалар көтәбеҙ.
Уҡыусы, студент ваҡытта уҡытыусыларға бәйле ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар, ғүмерлеккә һабаҡ бирерлек хәтирәләр ҙә булғандыр. Әйҙәгеҙ, уларҙы ла иҫебеҙгә төшөрөп, башҡалар менән дә бүлешәйек.
Хәҙерге заманға яраҡлашып, мәктәп уҡыусыларына, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары студенттарына яңыса алымдар, технологиялар менән белем биргән алдынғы ҡарашлы, тырыш уҡытыусылар етерлек. Улар ҙа беҙҙең гәзит биттәрендә үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашһа, бик яҡшы булыр ине.
Яҙған материалдарығыҙҙы гәзитебеҙҙең почтаһына ебәрә йәки #Уҡытыусыһәмостазйылыйәшлек, #Йәшлеккә100йәш хэштегтарын ҡуйып, социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәгеҙгә урынлаштыра алаһығыҙ. Улар араһынан иң йөкмәткелеләре һайлап алынып, гәзит битендә донъя күрәсәк.