Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2023, 14:05

Ғәмһеҙ бала саҡты хәтергә төшөрҙө

Эх, ҡайҙа ҡалды беҙҙең күңелле, ғәмһеҙ бала саҡ! Өшөп, туңып бөтһәк тә, ҡышҡыһын тыштан ҡайтып инмәй инек. Окоп яһап, атыш уйнауҙар, ҡарҙан өй яһау, саңғыла йөрөү, сана шыуыуҙар...    

Ғәмһеҙ бала саҡты хәтергә төшөрҙө
Ғәмһеҙ бала саҡты хәтергә төшөрҙө

Ҡарҙан өй нисек башыбыҙға емерелеп килеп төшмәгән. Телефон юҡ заман, телевизор ҙа йүнләп күрһәтмәй. Әлеге балалар кеүек бер нимәгә терәлеп ултырмайбыҙ.

Ә "Тауға кем батша?" уйынын уйнауҙар?! Оноторлоҡмы ни! Тәгәрәп төшөп китһә лә бер кем дә балауыҙ һыҡмай. Ғафури районында үткән "Еҙем-фест. Рәсәй халыҡтары уйындары" фестивалендә әлеге уйынды ҡарап, бала саҡҡа әйләнеп ҡайтҡандай булдыҡ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: