Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2023, 17:45

"Йәшлек" ҡотлауҙар ҡабул итеүен дауам итә

Бөгөн юбилей айҡанлы Өфөнөң сауҙа-иҡтисад коллежды директоры Ришат Сабитов һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлфиә Хәфизова «Йәшлек»тәрҙе ҡотланы. 

"Йәшлек" ҡотлауҙар ҡабул итеүен дауам итә
"Йәшлек" ҡотлауҙар ҡабул итеүен дауам итә

"Йәшлек"те беҙҙең студенттар яратып уҡый, башҡорт теле дәрестәрендә йыш файҙаланабыҙ. Гәзиттәрҙе анализлағанда күреп торабыҙ, "Йәшлек" "марка"ны тота. Белем усағыбыҙ менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүегеҙгә рәхмәт! Тағы ла йөҙ йыл ғына түгел, йөҙ быуат йәшәгеҙ. "Йәшлек"кә үҫеш, ә хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!" - тип белдерҙе Ришат Хажғәле улы.

Шулай уҡ башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлфиә Хафизова ла изге теләктәрен уҡыу йортоноң еткерҙе. Ришат Хажғәле улы артабан да тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барырға тәҡдим итте һәм колледжда гәзиткә яҙылыуҙы әүҙемләштерергә ниәтләүен белдерҙе. 

"Йәшлек" ҡотлауҙар ҡабул итеүен дауам итә
"Йәшлек" ҡотлауҙар ҡабул итеүен дауам итә
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: