Закон яңы статья менән тулыландырылды. Хәҙер крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаларын сауҙаһыҙ 5 йылға ҡуртымға алыу мөмкинлегенә эйә.
– Бындай үҙгәрештәрҙең төп маҡсаты - ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүселәр өсөн дәүләт йәки муниципаль милектә булған ер участкаларын биргәндә льготалы шарттар булдырыу. Шулай итеп, фермерҙар ерҙе ябайлаштырылған тәртиптә алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, - тип билдәләне ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Артур Аманбаев.
Фото: Т. АМАНОВ.