Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2023, 04:49

«Мәҙәниәткә ҙур иғтибар бүлде»

Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Мортаза Рәхимов хаҡында.

«Мәҙәниәткә ҙур иғтибар бүлде»
«Мәҙәниәткә ҙур иғтибар бүлде»

«Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
Халҡыбыҙҙың күренекле, бөйөк улын юғалттыҡ. Башҡортостан халҡы өсөн оло ҡайғы. Күңелдәрҙә уның һыны, булмышы тора. Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы тураһында бик күпте һөйләргә була. Шәхси хәтирәләргә килгәндә, иң тәүҙә шуны билдәләгем килә: уның президент итеп һайланғандан һуң үткән өс инаугурацияла ла алып барыусы булырға тура килде. Был минең өсөн оло ҡыуаныс.
Беҙ, театр артистары, спектакль тамамланғас ҡына өйгә ҡайтырға сығабыҙ. Һәм шул ваҡытта Мортаҙа Рәхимовтың да эш көнөн бик һуң тамамлауына шаһит булырға тура килә ине. Ә бит ул беҙҙән айырмалы рәүештә, эшкә таң менән килә бит. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 2000 йылдың сентябрендә директор булып эшләй башлағайным. Күп тә үтмәне, уның менән театр янында осрашып, бер аҙ аралашырға тура килде. Мин театр проблемаларын бәйән итә башлағас, ул үҙенең эш кабинетына саҡырасағын әйтте. Декабрь айында осрашыуға саҡырҙы һәм өс сәғәт буйына һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул үҙенең студент йылдарында дуҫтары менән башҡортса аралашыу мөхите эҙләп, ауылды һағыныуын баҫыр өсөн беҙҙең театрға (ул саҡта академтеатр менән опера һәм балет театры бер бинала урынлашҡан булған) йөрөүен һөйләне. Бының өсөн улар вагон бушатып аҡса эшләгән. Оло быуын артистарын исемләп белә, уйнаған спектаклдәрен хәтерләй ине.
Осрашыуҙа мин артистарҙың түбән эш хаҡы алыуын, күп кенә билдәле шәхестәрҙең дөйөм ятаҡ бүлмәһендә йәшәүен бәйән иттем. Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы шунда беҙҙең театрға ҡағылышлы махсус указ ҡабул ителде. Шуға ярашлы, Башҡорт дәүләт академия драма театры артистарының эш хаҡы 100 процентҡа күтәрелде. Йыл һайын 300 кв.м. фатир бирелде. 12 артист бушлай шифаханаларға юллама (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә йылдан туҡтатылды) ала ине. Автопарк яңыртылды. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең хәл бермә-бер яҡшырҙы. Президентыбыҙ ярҙамы өсөн һаман да рәхмәтлебеҙ.
Уның отставкаға китеүен бик ауыр ҡабул иттем. Тағы ла шуны әйтеп китәйем: һигеҙ йыл буйы билдәле шәхестәр, етәкселәр уның менән осрашманы, аралашманы, тип халыҡ әрләй. Бәлки ундайҙар ҙа булғандыр. Әммә күптәр, шул иҫәптән мин дә, беренсе президентыбыҙ менән араны өҙмәнем, йыш булмаһа ла аралаша инек. Әйткәндәй, 60 йәшлек юбилейым уңайынан сығарған китабыма ул матди ярҙам күрһәтте.
2019 йылда, Радий Хәбиров Республика Башлығы булып килгәс, “Әр-Рәхим” мәсетен төҙөү буйынса “Иман-Башҡортостан” тигән хәйриә фонды төҙөлдө һәм мин әлеге ваҡытта уның директоры. Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы “Урал” фонды аша беҙгә аҡса күсерә торғайны. Шул эш буйынса беҙгә һуңғы йылдарҙа йыш осрашырға тура килде. 85 йәшлек юбилейы уңайынан махсус календарь эшләнек. Осрашыуҙар, тантаналы саралар үткәрергә теләгәйнек, баш тартты. Бик үкенес. Мортаҙа Рәхимовтың яҡындарының, туғандарының, уны яратҡан, ихтирам иткән барлыҡ халыҡтың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам».

«Мәҙәниәткә ҙур иғтибар бүлде»
«Мәҙәниәткә ҙур иғтибар бүлде»
Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: