«2023 йылдың башынан, 1 ғинуарҙан 9-ына тиклем, 159 техноген янғын булған, уларҙа 51 кеше ҡотҡарылған, тағы 15 гражданды ҡотҡарып булмаған. Бигерәк тә тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ эш итеү үлемесле янғындарға сәбәпсе була. Аномаль түбән температура башланыуға бәйле янғындар авариялы токтарға һәм мейескә бәйле булды. Был көндәрҙә янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙар 9 кешене, шул иҫәптән өс баланы ҡотҡарған», – тине Фәрит Ғүмәров.
1 ғинуарҙан 112 системаһына 76 меңгә яҡын шылтыратыу ҡабул ителде, бөтә мөрәжәғәттәр ҙә эшкәртелде, тип билдәләне ул.
Фото: Т. АМАНОВ.