Новости
9 Января 2023, 08:18

Ғафуриҙар ҡаһарман яугир Рәил Алламоратовты һуңғы юлға оҙатты

Ул «Вагнер» ЧВК-һында хеҙмәт иткән.

Ғафуриҙар ҡаһарман яугир Рәил Алламоратовты һуңғы юлға оҙаттыҒафуриҙар ҡаһарман яугир Рәил Алламоратовты һуңғы юлға оҙатты
Ғафуриҙар ҡаһарман яугир Рәил Алламоратовты һуңғы юлға оҙатты

Аяныслы хәбәр менән Ғафури район хакимиәтендә уртаклаштылар.

– Бөгөн Ғафури районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған Рәил Рауил улы Алламоратовты һуңғы юлға оҙаттыҡ.

 Рәил Рауил улы үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашты. «Вагнер» ЧВК-һы частарында алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәне. Ғафури яугиры 2022 йылдың 12 декабрендә батырҙарса һәләк булған.

Был – барыбыҙ өсөн дә ауыр ҡайғы. Бөтә район яугирҙың менән яҡындары менән бергә ҡайғыра. Дан һәм хөрмәт яҡташыбыҙға, – тип хәбәр итәләр Ғафури районы хакимиәтенән.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас