Был хаҡта «Бәйләнештә» селтәрендә Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмө хәбәр итә. Апай-инәйҙәр яугирҙарҙың аяҡ-ҡулдары, баштары өшөмәһен тип, ойоҡбаштар, башлыҡтар, бирсәткәләр бәйләгән.
– Йылы әйберҙәр тыуған ерҙең ялҡынлы сәләме булып беҙҙең егеттәргә барып етһен. Иң мөһиме, улар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Илдәребеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, доньяларыбыҙ имен, күңелдәребеҙ тыныс булһын! – ти акцияға ҡушылыусылар.
Фото: Т. АМАНОВ.